

Журналист Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 3 март һанында сыҡҡан “Тыумыштан бирелгән яҡшылыҡ” тигән мәҡәләһен күптән уҡығайным инде. Оло кеше булараҡ, фекеремде гәзит уҡыусыларға еткермәк булдым.
Бөгөн илде хәүеф алдына ҡуйған был һорау бөтә быуын кешеләрен тәрән уйға һала. Сәлимйән ҡусты әйтмешләй, ата-бабаларыбыҙ тарафынан һалынған әҙәплелек, миһырбанлыҡ, тоғролоҡ, кешелеклелек, ихласлыҡ, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән ҡиммәтле сифаттар юҡҡа сыға бара, милләт тарҡала, көнкүреш үҙгәреү менән халыҡтың донъяға ҡарашы ла күҙгә күренеп икенселәнде. Быуаттар буйы төрлө ауыр хәлдәргә юлығыуына ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ тыуған ерендә хужалыҡ итеүе, мәҙәниәт һәм мәғрифәт өлкәһендә бергә фекер уртаҡлашып, берҙәм йәшәүе менән милли аңын, милли телен һәм милли йөҙөн һаҡлап килде.
XX быуаттың һуңғы йылдарында Көнбайыш Европа илдәре менән тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә сит ил халҡының беҙҙең милләткә бөтөнләй ят булған ҡылыҡтары күсә башланы, йәнәһе, яңыса йәшәргә кәрәк. Әҙәм балаһы, бигерәк тә йәш-елкенсәк, башҡа милләттең яҡшы мәҙәни байлыҡтарын үҙләштереүҙән элек, насар ғәҙәттәрен йәһәтерәк отоп алды. Бәғзеләр был ағымды үҙ файҙаһына ҡулланыуға күсте. Ә ҡайһы бер милләттәштәребеҙ, быуаттар буйы йәшәп килгән әхлаҡи нормаларҙы онотоп, тиҙ генә сит-яттарҙың яманлығын үҙ итте.
Беҙҙең төбәкте лә тәртипһеҙлек, уғрылыҡ, эскелек, наркомания, мутлашыу, аҙғынлыҡ кеүек яман ғәҙәттәр урап үтмәне. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тәмәке көйрәтеү, эскелек һәм наркотик менән “шаярыуы” йәшәйешебеҙгә үтеп инеп, ғәҙәти хәлгә әүерелде.
Бындай яман ҡылыҡтар беҙҙең халыҡҡа хас булмаған. Беҙ бәләкәй саҡта ауылда йоҙаҡҡа бикләнгән өйҙө күрмәнек, ябыҡ ишектең ни икәнен дә белмәнек. Борон йәйләүҙә башҡорт халҡы ҡышҡылыҡҡа һары май, батман-батман бал әҙерләгән, ҡорот, емеш-еләк киптергән, үлән йыйған. Былары оло йәштәгеләр һәм балалар эше булған. Ә урта йәштәге ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ыҙмала иген сәсергә, бесән эшләргә, иген урырға ҡалған. Бына шулай күмәкләп, берҙәм булып, һыуыҡ ҡышҡа әҙерләнгәндәр. Ә йәйләүҙә әҙерләгән ризыҡтарын ҡорт баҙына ҡалдырып китер булғандар, келәгә таяҡ ҡына тығып китһәләр ҙә, берәү ҙә теймәгән.
Тәбиғәт ҡосағында ғүмер иткән башҡорт донъяуи мәсьәләләрҙең барлыҡ яҡшы яҡтарын, күркәм сифаттарын ғына үҙ иткән, яман ҡылыҡтар уға ят булған. Бөгөн урлашыу, мутлашыу, алдашыу, аҙғынлыҡ кеүек ғәҙәттәр тәбиғи хәлгә әйләнеп бара. Шуға ла бәндә ике ҡатлы тимер ишек артында йәшенеп ултырырға мәжбүр. Хатта телефон аша ла урлашыу, мутлашыу юлдары табылды. Хәҙерге замандағы иң ҡурҡыныс ғәҙәт – эскелек һәм наркомания менән бер рәттә торған бәйелһеҙлек, йәғни “ирекле мөхәббәт” тигәне. Ул бик тиҙ арала йәштәр араһында таралды. Шул арҡала атаһының кем икәнен дә белмәгән сабыйҙар тыуа, “кәкүк” әсәләр күбәйә. “Ирекле мөхәббәт”тең мәктәп уҡыусыларына ла күсеүе – бик аяныслы хәл. Ташландыҡ, етем балаларҙың кәмемәүе иҫте китерә.
Мине, педагогия хеҙмәте ветеранын, Рәсәй телевидениеһы тапшырыуҙарында күрһәтелгән аҙғынлыҡ, вәхшилек, үлтереш кеүек әшәкелектәрҙең йәшәү рәүешенә әүерелеүе, үҫеп килгән быуынды ағыулауы борсоуға һала. Үҫмерҙәр бит уны “ысын тормош асылы” тип ҡабул итә.
Үҙеңде лайыҡлы тотоу мәҙәниәте түбәнәйҙе. Бәғзе артистарҙың рәүешенә ҡарайһың да төңөләһең. Тамашасыға һәләтеңде күрһәтеү өсөн сәхнәгә ярым яланғас сығыу кәрәкме икән? Әҙәбиәт, мәҙәниәт әһелдәре, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәгән рухташтарыбыҙ, барлыҡ йәмәғәтселек менән берлектә йәш быуынды тәрбиәләүҙә иңебеҙгә яуаплылыҡ алыу фарыз. Һәр ғаиләгә ҡағылған бурыс был.
Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙә аң-белем, милли тойғоноң үҫә барыуы күҙгә ташлана. Бик ҡыуанам был күренешкә. Буйҙаҡ йәштәр, йәш ғаиләләр, эсеүҙән ваз кисеп, ислам дине ҡанундарын өйрәнә, мәсеткә йөрөй, намаҙға баҫа һәм балаларын да шул юҫыҡта тәрбиәләй. Бөгөнгө хаяһыҙлыҡтан диндең генә ҡотҡара алыуына күптәр ышанды, ахыры. Халҡыбыҙҙың боронғо әхлаҡ нормаларын, ҡиммәтле кешелек сифаттарын ҡайтарыуҙа дин ҡанундары нигеҙендә бергәләп эшләүҙең ыңғай һөҙөмтәләр биреренә өмөт бар. Бөгөн республикабыҙ етәкселеге лә ил яҙмышын хәл итә торған был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа милли мәсьәләләргә бәйле күп саралар – фестивалдәр, форумдар, осрашыуҙар үтте, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға күп көс һалынды. Берҙәмлек булһа, ғәҙеллек тергеҙелһә, ярылған ил дә уңалыр, сатнаған ватан да ҡоршалыр. Яҡшыға өмөтләнәйек.
- Ләлә БЕЙЕШЕВА