

Өфөнән 20 йәшлек Артур Ғәлиев махсус хәрби операцияла тәүге көндәренән үк ҡатнаша. Ул быға тиклем 104-се мәктәптә, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында белем алған, тхэквондо буйынса спорт мастерлығына кандидат исеменә лайыҡ булған, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән, шунда ике йылға контракт төҙөгән.
Бер ай үткәс, Артур Ҡыҙыл байраҡлы Ҡазан юғары танк команда училищеһына ҡабаттан уҡырға ебәрелә. Ә 23 февралдә иһә уларҙың хәрби подразделениеһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына йүнәлергә бойороҡ ала.
2022 йылдың 25 майы прапорщик Ғәлиевтең мәңгегә иҫендә ҡала. Уларҙың хәрби төркөмө бер ауылда урынлашырға тейеш була, әммә дошмандар асҡан ҡыҙыу утҡа тап була. Шул ваҡытта йәш егет ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәтә: ике нацисты юҡ итә, йәрәхәтләнгән дуҫын ут эсенән алып сыға һәм үҙ позицияһына кире ҡайта. Дошмандарҙың танктан атыуын ишетмәй – яҡында ғына снаряд шартлауын күрә. Артур тубыҡлана һәм ҡулының ҡан тамырында ғына эленеп тороуын күрә.
Егет һөйләүенсә, әгәр ҙә снаряд ярсығы артерияны ла өҙһә, ул күп ҡан юғалтыуҙан һәләк булыр ине. Бәхеткә күрә, бындай хәл булмай. Шулай ҙа ул ваҡыттағы һәр секунд мәңгелек булып тойола: күҙ алдары ҡараңғылана, аяҡтары тотмай... Тик ул, бер нимәгә ҡарамайынса, үҙ төркөмөнә барып етергә ҡарар итә. Яу яланында табылған документтарын алып, иптәштәре янына юл тота. Хәтерләүенсә, уға кескәй ҡустылары тураһында уйлау көс биргән: оло йәшкә еткән ата-әсәһенә уларҙы аяҡҡа баҫтырыу ныҡ ауырға төшөр ине.
Артур эвакуация пунктына ҙур ауырлыҡ менән барып етә. Табиптар Ғәлиевтең ғүмерен ҡотҡара, тик ҡулын ҡырҡырға тура килә. Башҡа берәү булһа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелер ине, бәлки. Ә Өфө егете өсөн иһә нәҡ шул көндән йәнә бер мөһим эш башлана.
Артур ”Башҡортостан Республикаһының ышаныслы тылы” фондында эшләй башлай. Был фонд махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙары буйынса кәрәк-яраҡ йыя. Унда барыһы ла бар: өләсәйҙәр бәйләгән ойоҡбаштарҙан башлап, квадрокоптер һәм дизель генераторҙарына тиклем. Өҫтәүенә, операция барған ваҡыт эсендә республика халҡы фондҡа ете миллион һумдан ашыу аҡса йыйған, йәғни кешеләр үҙҙәре теләп кәрәкле әйберҙәр, аҡса менән дә ярҙам итә. Ғәлиев үҙе лә йәрәхәт алған өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн – миллион һумды – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡ алыр өсөн ебәрә.
– Бында ла уяу булырға кәрәк, – ти һалдат. – Мәҫәлән, сираттағы ғариза килһә, мин, ысынлап та беҙҙең яугирҙәр ебәргәнме икәнен белер өсөн, командование менән бәйләнешкә сығам. Бик йыш ҡына бындай үтенестәр дошмандарҙан да килә. Эйе, улар беҙгә зыян килтереү өсөн барыһын да эшләй: яу яланында беҙҙең һалдаттарҙың документтарын табып алып, уларҙың исеменән ғариза яҙа, гуманитар ярҙамды контролгә алынған Украина ерҙәренә ебәреүҙе һорай, шуға күрә һәр ваҡыт шылтыратып, асыҡлыҡ индерәм.
Ғәлиев әйтеүенсә, бөгөнгө тормош беҙҙе уяуыраҡ булырға өйрәтә, шуға күрә ул федераль телеканалдарға һәм Рәсәй матбуғатына ғына ышанырға саҡыра.
– Шулай уҡ беҙҙең “Сумасшедший пират” исемле телеграм-каналыбыҙ бар. Мин унда фронттағы тормош тураһында һөйләйем, мобилизацияланған һалдаттарға һәм шулай уҡ кире әйләнеп ҡайтҡандарға кәңәш бирәм, яу яланынан роликтар һалам.
Үҫеп килгән быуынға махсус хәрби операция тураһында дөрөҫ мәғлүмәт еткереү өсөн, Артур Ғәлиев йыш ҡына Өфө уҡыусылары менән студенттары алдында сығыш яһай. Өс тиҫтәнән ашыу мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорттарында булған да инде.
– Улар менән аралашыу барышында шуға инандым: ҡайһы берәүҙәр донъяла һәм илебеҙҙә нимә барғанын һаман аңлап етмәй, – ти ул. – Улар өс ай алғы һыҙатта булған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешенең һөйләүен ихлас тыңлай.
Батырлыҡ, генерал Шайморатов һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән бүләкләнгән прапорщик Ғәлиев күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһынан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына алдан тауыш биреүендә ҡатнашҡан.
– Махсус хәрби операция яугирҙәренә уларҙы бөгөн нимә борсоғанын һөйләргә мөмкинлек бирергә кәрәк, – тине ул. – Әгәр ҙә республика дәүләт власының юғары ҡануниәт органында үҙебеҙҙең вәкилебеҙ булһа, ғәҙел булыр ине. Мин закон сығарыу кимәлендә яугирҙәргә ярҙам итергә, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға һәм республика халҡының наказдарын үтәргә әҙермен.
Был башланғыста уға ата-әсәһе, дуҫтары һәм һөйгән ҡыҙы Виолетта ярҙам итә. Улар билдәләүенсә, Артур бик ҡыйыу һәм көслө рухлы.
Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА