

Тормош тигәнең ҡыҙыҡ: ҡайһы берҙә осраҡлы ғына хәл яҙмышты көтмәгәндә бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрә. Мәҫәлән, Мораҡ, ауылынан Венера Мырҙабулатова, бынан бер нисә йыл элек эшендә ҡыҫҡартыуға эләккәс, тәүҙә ҡаушап ҡала, әммә бер ябылған ишек уға икенсеһен асырға мөмкинлек бирә.
Венераның ата-әсәһе хәҙер мәрхүм инде... Ғәфүрйән Сәлимйән улы башта “Эйек” предприятиеһында һәм район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, артабан оҙаҡ йылдар һалым органдарында, Пенсия фондында эшләгән. Ә Гөлфирә Ғәйнулла ҡыҙы тәүҙә – сауҙа тармағында һәм район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, аҙаҡтан район элемтә селтәрендә иҡтисадсы, баш бухгалтер булып тир түккән, балаларында тырышлыҡ, эшһөйәрлек кеүек матур сифаттар тәрбиәләгән.
Венера Мырҙабулатова Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад һәм финанс менеджменты факультетын тамамлаған. Әйткәндәй, уның хәрби исеме лә бар – лейтенант, запастағы офицер. Тырыш ҡыҙ, Аксеновтың эшҡыуарлыҡ мәктәбендә ситтән тороп уҡып, иҡтисадсы-бухгалтер һөнәрен үҙләштергән, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әйткәндәй, ул туғыҙ йыл Күгәрсен районының хәрби комиссариатында яуаплы вазифала эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Венера ҡыҫҡартыуға эләккән. Өс ай дауамында күпмелер аҡса түләнгән осорҙа үҙенә ниндәй шөғөл табырға тип оҙаҡ уйланған һәм маникюр оҫтаһы һөнәренә уҡырға ҡарар иткән. Ул саҡта, әлбиттә, ҡапыл ғына һайлаған йүнәлеш киләсәктә яратҡан шөғөлгә, хатта төп һөнәргә әйләнер тип башына ла килтермәгән.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтарғандай, ошо йылдарҙа ул да һөнәри яҡтан ныҡлы үҫешә, яҡшы белгес булараҡ таныла. Бөгөн уға мөрәжәғәт итеүселәр бик күп: һәр ваҡыт күркәм күренергә теләгән гүзәл заттар оҫтаға алдан яҙыла, бер килгәндәр иһә даими клиентҡа әйләнә.
Үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтеү хыялы менән яна ул: тиҙҙән тырнаҡ үҫтереү сервисы буйынса курс асасаҡ, аромастилист булараҡ та танылған.
Венера – уңған хужабикә һәм хәстәрлекле әсә лә. Тәмле итеп бешерергә ярата, баҡса үҫтерә. Ҡыҙы Аэлита Мораҡтағы 1-се урта мәктәптең VI класын тамамлаған. Ул да әсәһе һымаҡ сәнғәткә ғашиҡ. Балалар ижад йортоноң “Веретенце” фольклор һәм “Ҡыпсаҡ” бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнә, мәктәптә “бишле”гә генә өлгәшә, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша.
- Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА
Күгәрсен районы