Йәмғиәт
21 Июль 2023, 10:16

Юғалған әйбер хужаһын тапҡан

vk.com/khamzaakhunvk.com/khamzaakhun
Фото:vk.com/khamzaakhun

Донецк Халыҡ Республикаһының “Башҡорт тирмәһе” тип аталған блок-посында мосолман руханийына түбәтәйенең юғалған суғын кире ҡайтарғандар. Дежурҙар, юғалған әйберҙең хужаһын табыу теләге менән, бер нисә аҙна буйы уны ҡулдан-ҡулға йөрөткән.

Ҡыш көнөндә Хәмзә хәҙрәт бында яҡташтарыбыҙ менән осрашҡан. Шул ваҡытта яратҡан түбәтәйенең суғы төшөп ҡалған.

Ошо көндәрҙә 61 йәшлек рухани пост эргәһенән үтеп барғанда, яугирҙәр уға суҡты кире ҡайтарған. Хәҙрәт бындай иғтибарға һәм ихтирамға хайран ҡалған.

Был блок-поста яҡташтарыбыҙ каркасҡа тарттырылған туҡымаға ябай буяу менән милли биҙәктәр төшөргән. Тап шуның өсөн дә уны тирмә тип атайҙар.

Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА 

Читайте нас