

Кисә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Волга буйы федераль округының “iВолга” йәштәр форумында ҡатнашыу өсөн Һамар өлкәһенең Мастрюковский күленә килде.
Форум ике меңдән ашыу йәш кешене йыйҙы. Сарала ҡатнашыуға ғаризаны Волга буйы федераль округынан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән барлығы 32 меңдән ашыу кеше биргән.
«Быйыл беҙҙең делегация составына республиканан 120-нән ашыу йәш кеше инде, улар хәҙер форум майҙансығында яңы белем ала, башҡа төбәктәрҙән килгән йәштәр менән таныша һәм форум эшмәкәрлеге сиктәрендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Форум сиктәрендә республикабыҙ "Мәғариф мастеры" уҡыу-күнекмәһен ойоштороусы булып тора, шулай уҡ Халыҡ байрамдары фестивале һәм диджейҙар фестивален ойошторабыҙ. “iВолга” һөҙөмтәләре 28 июлдә, форумды ябыу тантанаһында билдәле буласаҡ», — тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Белем биреү программаһы сиктәрендә «Йәштәр флагмандары», «Спорт биләмәһе», «Ғилми проспект», «Тәьҫораттар биләмәһе», «Мәғариф мастерҙары», «Игелек миссияһы», «Быуындар берҙәмлеге», «Ижади оҫтахана», шулай уҡ махсус йүнәлештәр буйынса «Медиалаборатория», «Беренсе быуын», «Йәштәр тауышы» йүнәлештәре ҡаралған.
2023 йылда Форумдың уҡытыу-мәҙәни программаһының төп темаһы — саралар ойоштороу, ҡатнашыусылар әҙерләгән төп компетенция — сараларҙы һәм процестарҙы проектлау.
Форум Рәсәй Федерацияһы Президентының күрһәтмәләренә ярашлы үткәрелә һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡурсалауы аҫтында һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамы менән ойошторолған дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң әһәмиәтле һәм күләмле төбәк сараларының береһе булып тора.
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.