Йәмғиәт
22 Июль 2023, 09:20

Йүгерәбеҙме?

250-нән ашыу кеше ҡатнашыуын белдергән дә инде.

Йүгерәбеҙме?Йүгерәбеҙме?
Йүгерәбеҙме?

Ағиҙел яры буйлап 250-нән ашыу кеше — “Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил” форумында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар, шулай уҡ ҡала халҡы 2,5 һәм 5 километр араны йүгереп үтергә әҙер. Өфөнөң төп иҫтәлекле урыны — Салауат Юлаев һәйкәле башланғыс нөктә буласаҡ. Уҙышта ҡатнашҡан һәр кеше иҫтәлекле миҙал һәм футболка аласаҡ.

Был йәһәттән таңғы сәғәт 5:00-дән иртәнге 8-гә тиклем Яр буйы урамында — Сочинская урамынан алып генерал-губернатор Перовский урамына тиклем транспорт хәрәкәте туҡтатыласаҡ.

Өфө халҡынан һәм ҡунаҡтарынан сәфәрҙәрҙе планлаштырғанда сикләүҙе иҫәпкә алыу һорала. Уҙышта ҡатнашыу бушлай.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://forumsmartcity.ru/ufa#race

Йүгереү марафоны 25 июлдән 28 июлгә тиклем Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил” форумы сиктәрендә үткәрелә. Әлеге форум - ҡалаларҙы һанлы үҙгәртеп ҡороу өлкәһендәге төп сараларҙың береһе, унда ҡатнашыусылар аҡыллы ҡала системаларын артабан үҫтереү шарттарын тикшереүҙән тыш, власть, бизнес һәм тармаҡ берләшмәһе вәкилдәренең үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле механизмдарын эшләй аласаҡ.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас