Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2023, 16:00

"Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!"

Әсәйҙәрҙе ҡыуандырыу, уларға изгелектәр ҡылыу ҙа хаж сауабына торошло.

"Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!"
"Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!"

Филология фәндәре кандидаты, "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ғалим-әҙәбиәт белгесе Әнисә Муллағолова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә йәйге ялдарында оло йәштәге әсәһен тыуған яҡтарына алып ҡайтып, туғандары менән осрашып, иҫ киткес матур ял итеүҙәре хаҡында яҙған.

"Йәйге оҙон ялдар... Тыуған яҡтар... Ихлас туғандар... Күңелле осрашыуҙар... Әсәйем: "Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!" - ти әле лә. Ауылда уландарын күреп, ейәндәрен, бүләләрен һөйөп шатланды. Сәхрәләрҙә үләнле сәйҙәр эсте, ҡаймаҡланып торған ҡымыҙ тәмләне.

Сибайҙа   83-тәге ҡустыһы, Илдар ағайыбыҙ, улы-килене менән аяғы ергә теймәй ҡаршыланы. 85-те уҙған Маһинур апайыбыҙ ҙа елдереп килеп етте. Шул йәштә уларҙың еңел атлап донъя көтөүҙәренә, йәшлек йырҙарына, матур хәтирәләренә  һоҡландыҡ. (Беҙгә лә улар кеүек булырға яҙһын!)

Унан Әбйәлилгә, Ҡыҙыл Һартына, юлландыҡ. Унда әсәйемдең бер туған Фирҙәүес һеңлеһе йәшәй. Килене  менән ҡаршы алдылар. Мәликәбеҙ тыуған яҡтарынан, Ҡаҙағстандан, ҡайтҡан мәл ине. Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер, тиештек. Ят, әммә телде йоторлоҡ күстәнәстәрҙән ауыҙ иттек. Туған-ырыу ихласлығынан иң эҫе мәлдәге оҙон юлдар ҙа әсәйемә еңел тойолдо. Аллаға шөкөр! Өфөгә ҡайтҡас та көндәр күркәм, кәйефтәр күтәренке дауам итте...

Ниһайәт, иртәгә эшкә! Ағай-апайҙарымдан күрмәксе, аяҡтарым ергә теймәй, алдағы ғүмер миҙгелдәренә ыңғайлайым. Телеүҙәк ҡатына күтәреләм дә яратҡан эшемә тотонам: "Һаумыһығыҙ, хөрмәтле радиотыңлаусылар!.." - тип яҙған ул.

Әсәйҙәрҙе ҡыуандырыу, уларға изгелектәр ҡылыу ҙа хаж сауабына торошло. Әйткәндәй, Әнисә Муллағолованың әсәһе - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың бер туған апайы ла.

Фото: Әнисә Муллағолованың сәхифәһенән.

"Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!"
"Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!"
"Хаж сәфәренә барғандай ҡыуанып йөрөнөм, балам!"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: