

Башҡортостан йәштәре Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының "iВолга" форумында ҡатнаша. Сара үҙ майҙансығында илдең төрлө мөйөштәренән ике мең йәш кешене берләштерә. Унда ҡатнашыуға Волга буйы һәм башҡа төбәктәрҙән 32 меңдән ашыу ғариза бирелгән булған.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук беҙҙең делегация тураһында һөйләй:
– Быйыл делегация составына 150-гә яҡын йәштәр һәм ойоштороусылар инде. Әле форум майҙанында улар белем ала, башҡа төбәктәрҙән килгән йәштәр менән таныша. Сарала беҙҙең тренинг сменаһы "Тәрбиә оҫталары" тип атала. Башҡа төрлө майҙансыҡтар ҙа бар – "Халыҡ байрамдары фестивале" һәм "Диджейҙар фестивале". 28 июлдә форумды япҡанда "iВолга"ға йомғаҡ яһайбыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: форум темаһы – саралар ойоштороу, йәғни уларҙы ойошторорға һәм яҡтыртырға яратыусылар өсөн.
Сара Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге мөһим, ҙур округ сараларының береһе булып тора.
Башҡортостан делегацияһына уңыштар теләйек!
Сығанаҡ: Аңлатабыҙ. Башҡортостан (vk.com/anlatabiz102)