Йәмғиәт
25 Июль 2023, 14:48

Күңел йылыһын һалып

Ирекмәндәр штабы халыҡты тупланы.

Саҡмағош ауылындағы Йәштәр үҙәге ҡарамағындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләп килә. Уның директоры вазифаһын башҡарыусыһы Юлиә Хәкимова, белгес Ирина Мансурова , йәштәр өсөн саралар үткәреү менән бер рәттән, яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙы ла үҙ иңенә алған. Әлбиттә, был изге эште башҡарыуҙа йәштәр, студенттар ҙа – төп ярҙамсы.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташта­рыбыҙға ярҙам итеүгә барлыҡ район халҡы ҡушылды. “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән девиз халыҡ теленә күптән инде. Беҙҙең ирекмәндәр штабы хәрби­ҙәргә кәрәкле әйберҙәр йыйыу менән шөғөлләнә. Посылкалар туплау, гуманитар ярҙам ойоштороу туҡтал­ғаны юҡ. Маскировка селтәрҙәре үргәндә район халҡы, бер нисә төркөмгә бүленеп, изге эште күмәкләп башҡарҙы. Бығаса 10 маскировка селтәре оҙаттыҡ, әле тағы ла әҙерләнә. Яугирҙәргә нимәләр кәрәк, улар нимә һорай, шул әйберҙәрҙе туплайбыҙ. Эшҡыуарҙар ҙа, халыҡ та бер төптән ярҙам итә. Бензобысҡы, генератор, тепловизор, һыуытҡыс, күсмә мунса, хатта УАЗ машинаһына тиклем ебәрҙек. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡты ла онотмайбыҙ. Был изге эште башҡарыуҙа районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре лә дәррәү ҡатнаша. Беҙ яугирҙәргә мөмкин тиклем тиҙерәк еңеү яулап, барыһының иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, – тип һөйләне Юлиә Ғәйнислам ҡыҙы.

Илгә килгән ауырлыҡ һәммәбеҙҙе ныҡлыҡҡа, бер­ҙәмлеккә һынаны. Яугирҙәргә кәрәк-яраҡҡа тип үҙҙәренең пенсияһын да йәлләмәгән замандаштар, оло йәштәмен тип тормайынса ойоҡбаш, бейәләй бәйләп килте­реүселәр өлгөһөндә лә саҡмағоштарҙың берҙәмлеген күрергә мөмкин.

– Ауырлыҡ килгәндә кеше бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Коронавирус сире ваҡытында ла ошолай ирекмән булып ярҙамға мохтаждарға дарыу, башҡа кәрәк-яраҡ тараттыҡ. Махсус хәрби операция башланғас та, изге ғәмәлебеҙҙе дауам итәбеҙ. Яугирҙәргә посылкалар туп­лап ебәреү генә түгел, уларҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Йәштәр үҙәгенә йөрөгән студенттар, уҡыусылар ярҙам һораусыларға ҡар көрәргә, утын өйөргә барҙы, – тип һүҙгә ҡушылды Ирина Хәбиб ҡыҙы.

Бер гуманитар ылау оҙатылыуға, икенсеһе туплана башлай. Иң мөһиме – уларҙың һәр береһен күңел йылыһын һалып әҙерләй саҡмағоштар.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас