

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан Фәндәр академияһы президенты Рифҡәт Миңлеханов менән осрашты.
Унда фән, мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу, шулай уҡ инновациялы проекттарҙы берлектә тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
– Татарстан Фәндәр академияһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Беҙҙең тикшеренеүҙәр йүнәлеше оҡшаш, берлектәге эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур. Бөгөнгө осрашыу артабанғы интеграцияға булышлыҡ итәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Татарстан Фәндәр академияһы президенты ла төбәк-ара эшмәкәрлектең юғары кимәлен билдәләне.
- Бергәләп күп мәсьәләләрҙе хәл иттек, шул иҫәптән тарих, тел, мәҙәниәт, тикшеренеү өлкәһендә әүҙем эшләнек. Беҙ ике республика халҡы берҙәм булырға тейеш тигән ҡарашта, – тине Рифҡәт Миңлеханов.
Фото: glavarb.ru