

Башҡортостанда 26-28 июлдә IV халыҡ-ара "Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил" форумы уҙҙы.
"Федераль һәм республика кимәлендәге коллегалар менән бергәләшеп форумды юғары кимәлдә үткәрә алдыҡ, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры М. Болычева. - Беҙҙең илдә уҙғарылған "Аҡыллы ҡала"лар араһында был - иң технологик форум. форумды ойоштороу илдең иң алдынғы конгресс майҙандарының береһе тигән статусты иҫбатлай алғанға шикләнмәйем. Өс ай эсендә беҙ 10 сара үткәрҙек".
Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары К.Михайлик, башҡортостан бындай ҡунаҡсыллыҡ һәм профессионаллек менән халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәреүгә тәғәйенләнгән өсөнсө федераль майҙанға әйләнә ала, тип белдерҙе.
"Аҡыллы ҡала"ның футуристик күргәҙмәләре эксперттарҙы, бизнесмендарҙы, йәш белгестәрҙе, шулай уҡ власть органдары вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итте.
Рәсәй Дәүләт советының "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" йүнәлеше буйынса комиссия ағзаһы Ю. Алферова ла сараны ойоштороуҙың юғары кимәлен айырым билдәләне. "Ниндәй генә форумды алһаң да, уның төп бурысы - файҙалы һәм бай йөкмәткеле программа әҙерләү, төбәктәр араһында был сараға ихтыяж тыуҙырыу, - тине ул. - Кеше өсөн хәүефһеҙлек , бәхет тойғолары иң мөһимдәре икән, һанлаштырыуҙы ошо халәткә ирешеүҙең бер ысулы, тип ҡарай алабыҙ. Бурысыбыҙ - уның кешелеккә ҡаршы сығыуына юл ҡуймау, уны үҙебеҙгә хеҙмәт иттереү".
Сығанаҡ: resbash.ru
Фотолар - фоорумдың матбуғат үҙәгенән.