+20 °С
Болотло


Башҡортостанға Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин килде. Уны Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Ирек Фәйзуллин баш ҡалала бер нисә төҙөлөш майҙансығы һәм объектында буласаҡ, шулай уҡ ҡалаларҙы үҫтереүгә, һанлы үҙгәртеп ҡороуға арналған IV халыҡ-ара форумдың пленар ултырышында ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш, министрҙы Радий Хәбиров менән осрашыу һәм Республикаға идара итеү үҙәгенә барыу көтә.
Фото: glavarb.ru