Йәмғиәт
28 Июль 2023, 09:15

100 мең һум алып ҡалығыҙ!

Бары ғариза ҡалдырырға кәрәк. Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

100 мең һум алып ҡалығыҙ!100 мең һум алып ҡалығыҙ!
100 мең һум алып ҡалығыҙ!

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ проекттар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә. “Микрогранттар” конкурсына 2023 йылдың 3 авгусына тиклем 14-35 йәштәгеләрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Еңеүсегә 100 мең һумлыҡ грант биреләсәк.

Конкурста ситтән тороп ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн “Молодежь России” (https://grants.myrosmol.ru) модулендә ғариза ҡалдырырға кәрәк.

2023 йылдың октябренән 2024 йылдың сентябренә тиклем проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.

Былтыр “Микрогранттар” конкурсында Башҡортостан йәштәренең туғыҙ проекты 808 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған.

Фото: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса эштәр комитеты.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас