Йәмғиәт
28 Июль 2023, 11:45

“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумындағы күргәҙмә менән танышты

“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй
“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй

Экспозиция “Торатау” конгресс-холында ҡуйылған, ул заманса технологиялар һәм фотозоналарҙан тора.  Күргәҙмәнең “Аҡыллы ҡала” өсөн тәғәйенләнгән заманса яғы ике - төбәк һәм федераль өлөштәрҙән тора.

Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрының беренсе урынбаҫары Денис Слепов республиканың форумда ярайһы һанлы эшләнмәләр тәҡдим итеүе тураһында белдерҙе.

Экспозиция ике – дәүләт һәм шәхси секторҙан тора. Тәүгеһе тағы ла бер нисә өлөштө үҙ эсенә ала. “Беренсеһе – Өфө ҡалаһы зонаһы, - ти Д. Слепов. – Был - беҙҙең төп стенд. Башҡортостандың баш ҡалаһы мэрия һәм ҡаланың бар хеҙмәттәре ҡулланған һанлы эшләнмәләрҙе күрһәтә. Икенсе стенд тормоштоң бар өлкәләренә тиерлек ҡағылған һанлаштырыуҙы тәҡдим итә: медицинамы ул, төҙөлөшмө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡмы, белем биреү өлкәһеме һәм башҡалар. Был стендтар бер-береһен тулыландыра. Республикаға идара итеү үҙәгенә арналған стенд та бар”.

Күргәҙмәнең икенсе, шәхси өлөшөндә республикалағы бизнес өлкәһен һанлаштырыу буйынса өлгөләрҙе ҡарарға мөмкин.

Федераль экспозиция IT- технологиялар, энергетика, сәнәғәт өлкәһендәге иң эре компанияларҙың ҡулланмаларына тәғәйенләнгән.

“Башҡортостан” фото зонаһы республиканың туристик мөмкинлектәрен барлай. Ул башҡорт милли стилендә эшләнеп, тирмә рәүешендә ҡуйылған. Бынан тыш, өфөләр, баш ҡала ҡунаҡтары башҡорт аш-һыуҙары ҡуйылған гастрономик зонала ла булыу мөмкинлеген эйә.

“Илһамландырған Өфө” интерактив экскурсияһы ла берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.

Экспозицияла тағы ла интерактив фото зонаһы эшләй, ул “Аҡыллы ҡала. Проектты тормошҡа ашырыуға – биш йыл” тип атала.

Мәғлүмәт: resbash.ru

Фотолар форумдың матбуғат үҙәгенән.

“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй
“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй
“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй
“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй
“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында күргәҙмә эшләй
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас