Йәмғиәт
28 Июль 2023, 14:00

Иң аҡыллы кеше килде

Өфөләге йыйын интеллектуаль ярыш менән тамамланды.

Иң аҡыллы кеше килдеИң аҡыллы кеше килде
Иң аҡыллы кеше килде

Өфөлә IV «Аҡыллы ҡала - Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы «Федералдар һәм төбәк» интеллектуаль уйыны менән тамамланды. Интеллектуаль алышты Өфөгә килгән «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны магистры, дүрт тапҡыр «Гәлсәр өкө» призына лайыҡ булған Максим Поташев алып барҙы.

Һорауҙарға дөрөҫ генә түгел, ә мөмкин булғанса тиҙ яуап бирергә кәрәк булды. Сара ҡунаҡтары өсөн раундтар араһында республика артистары, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары сығыш яһаны.

Фото: «Аҡыллы ҡала - Аҡыллы ил» форумының матбуғат үҙәге.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас