

Йыл башынан Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар һаны 41,1 процентҡа артҡан. Бөгөн республикала 570 ойошма бындай статусҡа эйә.
2022 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә 147 социаль предприятие 71,4 миллион һум грант алған. Уларҙың күп өлөшө мәғариф өлкәһендә эш алып бара.
Быйыл да дәүләт грант ярҙамы алырға була. Конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү тураһында мәғлүмәт БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.
Социаль эшҡыуарҙар реестрына инеү һәм дәүләт ярҙамы сараларына дәғүә итеү өсөн Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы буйынса килә алаһығыҙ. Ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте “Минең бизнесым” үҙәге офистарында йәки +7 (347) 224-99-99 телефоны аша алырға мөмкин.
Фото: pravitelstvorb.ru