

27 июль - Донбасста һәләк булған балаларҙы иҫкә алыу көнө. Был иҫтәлекле көн 2022 йылда Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин указы менән Украина ҡораллы формированиеларының уты аҫтында һәләк булған сабыйҙар һәм үҫмерҙәр тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн булдырыла.
Тап 2014 йылдың 27 июлендә Украина ҡораллы көстәре яғынан Горловка урамына "Град" ҡоролмаларынан ут яуҙырғанда йәш әсәй Кристина Жук һәм уның 10 айлыҡ ҡыҙы һәләк була. Донецк ҡанлы йәкшәмбеһендә 22 тыныс кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың дүртәүһе - бала.
Украинаның хәрби агрессияһы Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә 2014 йылдан алып 172 баланың һәләк булыуына сәбәпсе була, шуларҙың 68-е махсус хәрби операция башланғандан алып. 500-ҙән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Был иҫтәлекле саралар Донецк Халыҡ Республикаһы билмәһендә генә түгел, бөтә Рәсәйҙә үтте. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Дуҫлыҡ монументы янында акцияла ҡатнашыусылар һыуға сәскә таждарын һәм аҡ караптарҙы ебәрҙе, бер минут тын ҡалып Донбасста һәләк булған балаларҙы иҫкә алды.
Фото: er.ru/activity