

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә ҡоллоҡ төшөнсәһе бар. Яҡташыбыҙ, Баймаҡ районынан 40 йәшлек Альбина А. исемле ҡатын журналистарға үҙе менән булған тетрәндергес ваҡиға тураһында һөйләгән. Был хәл Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында була.
Әлеге ҡалаға уны Ильмир исемле танышы саҡыра. Ир шунда фермала эшләйем, эш хаҡы уларҙың ауылындағына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк тип әйтә.
Һөҙөмтәлә, Альбина барырға ҡарар итә. Тик уны билдәһеҙ машинала ташландыҡ фермаға килтергәс, ул өйөнә ҡайтырға теләк белдерә. Шул саҡта хужа килеп сыға ла, ҡатынға Ильмир урынына эшләргә тура киләсәк ти, сөнки ул уны һатҡан. Альбинанан юл хаҡын таптыра башлайҙар, аҙаҡ бөтөнләй ҡурҡытып, янайҙар. Шулай ҡатын фермаға ҡоллоҡҡа эләгә.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул туғандары менән бәйләнешкә сыға ала. Үҙенең ҡайҙалығын аңлатыр өсөн ферма хужаһы эшләгән холоҡ төҙәтеү колонияһын әйтә. Альбинаны ирекмәндәр ҡотҡарырға була һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Бәхеткә күрә, был ташландыҡ ферма барлығы тураһында белгән полиция хеҙмәткәре табыла. Һөҙөмтәлә, ҡатынды ҡотҡаралар, уның танышын ҡулға алалар. Ә ферма хужаһы ғәйеп була. Ирекмәндәр ҡатынды Магнитогорскка алып бара, унда Альбинаны ағаһы ҡаршы ала һәм өйөнә алып ҡайта.
Шундай хәлдәр ҙә була...
Фото: "Моя Уфа" порталы.