Йәмғиәт
31 Июль 2023, 07:00

Николай Валуев – Шүлгәнташта

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы нимә тураһында әйткән? Ошо хаҡта тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Николай Валуев – ШүлгәнташтаНиколай Валуев – Шүлгәнташта
Николай Валуев – Шүлгәнташта

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев ғаиләһе менән Шүлгәнташ мәмерйәһендә булған. Улар музей экспозицияһы менән танышҡан, охра (һары буяу) әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен алған.

Депутатҡа Башҡортостан тәбиғәте һәм заманса интерактив музей оҡшаған. “Музей ныҡ ҡыҙыҡ. Өлкәндәр өсөн дә, бәләкәстәр өсөн дә мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр бар. Комплекс туристар күп килгән урында урынлашҡан. Тағы ҡурсаулыҡҡа барғанда уҡ шәп экскурсияға тамаша ҡылып була, - тип белдергән Николай Валуев. – Был - мең йыл элек тәүге кешеләр йәшәгән, беренсе хеҙмәт ҡоралдарын ҡулланған ваҡытҡа барып килеү мөмкинлеге. Донъяла мин бындай музейҙарҙы күп күрмәнем. Афарин! Экспозицияға тағы нимә өҫтәп була? Ғалимдарҙың эҙләнеүҙәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙең ҡуйылыуы ихтимал. Әлегә күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ хәтәр, был урынды ла һәм кешелек тарихын да баһалай”.

Сығанаҡ, фото: “Башинформ”, Дарья Субботина.

 

Николай Валуев – Шүлгәнташта
Николай Валуев – Шүлгәнташта
Николай Валуев – Шүлгәнташта
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас