Йәмғиәт
1 Август 2023, 05:58

Ауыл йәме – күркәм кешеләр

Күрә белгәндәргә тормош матур.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Өлкән быуын инәй-бабайҙарҙың һөйләгәндәрен тыңлағандан уларҙың тормош юлын, ғүмерен күҙ алдынан үткәреп, ниндәй ауыр осорҙа йәшәһәләр ҙә, уйын-көлкө менән, бар күңелдән тырышып, бирелеп китеп эшләгәндәренә һоҡланыуым арта.

Сығышы менән Мәләүез ра­йо­нының Һәргәй ауылынан бул­ған, бөгөн матур ғүмер кисергән 83 йәшлек Ғәйшә Арыҫлано­ва­ның да тормош юлы еңел үтмә­гән. Бөйөк Ватан һуғышында пулеметсы булып хеҙмәт иткән атаһы Хәким Әхмәтйән улы Үзбәков 1942 йылда һәләк бул­ғас, ике бала менән ҡалған әсәһе Фәтхиә Хафиз ҡыҙы Ерек ауылына күсеп ҡайта. “Яуға алып инмәҫ борон атайымды Өфөлә Дим биҫтәһендә һуғыш серҙә­ренә өйрәтәләр. Әсәйем ҡул санаһын тейәп, тура килгәндә машинаға эләгеп, күбеһенсә йәйәү, атайым эргәһенә аҙыҡ-түлек алып барған”, – ти яҡынын йәлләп, күңеле йомшарып киткән ветеран. Ике бәләкәй ҡыҙын ҡалдырып, әсәһе көндөҙ ҙә эшләй, төнгөлөккә фермаға ҡарауылға ла бара, һарыҡтарҙы бүреләрҙән һаҡлай.

V класты тамамлап та өлгөр­мәй, 12-13 йәшендә Ғәйшә ҡара эшкә егелә. “И-и-и, балам, беҙҙең башҡармаған эш ҡал­маны, аслы-туҡлы үҫтек. Алама сана, үтмәҫ балта менән ту­ҡылдап, саған утынын алып ҡайтам, ҡышын мейескә тығып киптерәбеҙ. Колхоз малына миңдеген дә бәйләнек, баҫыуҙа ҡарын да тоттоҡ, ҡарҙы сүмәләй итеп буй-буй өйә торғайныҡ”, – ти апай. Һуғыштан һуңғы йыл­дарҙа “таяҡ”ҡа эшләп йөрөгән колхозсы башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары кисен шәл бәйләй, артель ойоштороп, арҡан ишә, септә һуға, ағас эшкәртә, уларҙы ҙур рус ауылдары Александровка, Привольный  (Нөгөш һыу­ һаҡ­лағысы аҫтында ҡалған)  халҡына алып барып һатып, сәй-шәкәрлек, балаларға мәктәпкә кейемлек аҡса эшләй.

17 йәшендә ҡыҙ Әбет ауылына килен булып төшә, Тимербай исемле егет менән ғаилә ҡора, биш балаға ғүмер бирәләр.  “1956 йылда Эткөсөк менән Әбет ауылдары араһында колхоз яланында ҡарбуз, ҡабаҡ, һуған ултырта торғайнылар. Нөгөш йылғаһынан көйәнтәләп һыу ташып һибеп үҫтерҙек, өлгөрә башлаһа, келәткә эшкә күсерҙе­ләр. 1959 йылда колхозда сөгөл­дөр сәстек. Орлоғо йомшаһын, тиҙерәк шытһын өсөн уны һыулайбыҙ. Матур ғына булып күтәрелгәйне, ҡырау тейеп һәләк иткән, эшебеҙ юҡҡа сыҡты. 1960 йылдан ныҡлап сөгөлдөр үҫтереүгә йәбештек. Шунан бирле 30 йыл дауамында ошо эштән ҡалманым, тиһәм дә була. Хәҙер ауыл хужалығында  хеҙмәт күпкә еңелерәк”, – ти ветеран.

Ғәйшә апай Ленин исемен­дәге колхозда һауынсы ла булып эшләгән. Ике-өс саҡрымдағы ферма йәйләүенә иртәнге сәғәт 4-тән йәйәүләп барып, көйәнтәләп 30 ҡаҙаҡлы биҙрәләр менән һыйырҙарға сөпрә ташып ашатыу еңел булмаған. Быҙау ҡараусы, малсы эше лә һауын­сыға йөкмәтелгән. “Башта таналарҙы өйрәтергә алдылар. Һыйырҙарым һөтлө, көн дә дүрт феләк аҡ һауа торғайным. Шундай һығымта яһаным: һәүкәштең ике ҡабырға араһы яҫы, өс бармаҡ иле һыйҙырышлы булһа – һөтлө, тар булһа, һөтһөҙ була”, – ти Ғәйшә Хәким ҡыҙы.

Һыйлы көнөң – һыйырҙа, тигәндәй, 2006 йылға тиклем үҙ хужалығында ла мал тота. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”,                 “X биш йыллыҡ ударнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була һауынсы апай. Яҡшы күрһәт­кестәре өсөн яҙғы һабантуй байрамдарында колхоз рәйесе Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәб­динов кешмир яулыҡ, самауыр, яҡшы юрғандар, транзистор, “Рябинушка” йырын башҡарған стена сәғәте һәм башҡа төрлө ҡиммәтле бүләктәр тапшыра. “Шуларҙың береһен – алтын ялатылған ҡул сәғәтен хәләл ефетемдең 60 йәшенә, ҡалған­дарын балаларыма бүләк иттем”, – ти апай, йылы хәтирәләр менән ирен иҫкә алып.

Осорона күрә алтын ҡуллы булған тормош иптәше өйөн дә һалған, уҫаҡ йорт әле лә йәмле, ҡотло. Ағас эшенә оҫта өҫтәл-карауат, урындығын да эшләгән. 50 йыл бергә татыу ғүмер иткәне өсөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың Рәхмәт хатын һәм бүләген алып ҡыуанғандар.

“Эшләй ҙә, ял да итә белдек. Һабантуй байрамы үтә лә кү­ңелле үтә торғайны. Күстәнәсен алаһың, туғандар менән йыйылышып, матур итеп йырлашып ултыра торғайныҡ”, – ти апай.

Уның “Ҡарурман”, “Рамай” кеүек моңло халыҡ йырҙарын һуҙғанына һоҡланыуымды йә­шер­мәйем. Әле лә, һоҡланғыс хөрмәтле йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балалары ҡайтһа, йәһәтләп кенә ашын һала, өҫтәл әҙерләп, ҡунаҡ саҡыра һалып ала. Ғәйшә апайҙың ҡомалаҡтан бе­шергән тәмле икмәген мага­зин­дыҡы менән сағыштырырлыҡ та түгел. Бына шулай тормош матурлығына һөйөнөп, балалары, кейәү-килендәре хәстәрен тойоп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп  йәшәй ветеран.

Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас