

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, ремонтланған был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 28 километр тәшкил итәсәк. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов Хөкүмәт ултырышында был эштәрҙең Өфө, Благовещен, Иглин райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында башҡарыласағы тураһында белдерҙе.
“Муниципалитеттарға был эшмәкәрлек буйынса өҫтөмә килешеүҙәр ебәрелде һәм уларға ҡул ҡуйылды. Юл ремонтлау буйынса подряд ойошмалары билдәләнде”, – тине ул.
Быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙамға республика ҡаҙнаһынан 250 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Автор фотоһы.