

Көйөргәҙе районының Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова инде 20 йыл рәттән етәксе булып эшләй. Нурия Нуриман ҡыҙы ошо йылдарҙа фиҙакәр хеҙмәте менән урындағы халыҡ алдында абруй ҡаҙанып, үҙ кешегә әйләнгән.
Ул Көйөргәҙе районының Яңы Ҡалта ауылында тыуып үҫкән. 1976 йылда Мораптал урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Стәрлетамаҡ районындағы Фрунзе исемендәге колхозда ветеринар булып башлай һәм 2003 йылға тиклем ауыл хужалығында эшләй. Артабан хакимиәткә күсә.
Ошо осорҙа биләмәне үҫтереү өсөн бихисап эш ғәмәлгә ашырылған, әле лә был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Мәҫәлән, былтыр ауыл биләмәһендәге урамдарға 16,489 километр юл түшәлгән, шул иҫәптән 3,5 километры – асфальт япма. Хәүефһеҙлек маҡсатында белем биреү учреждениелары алдында светофорҙар, ҡоймалар, билдәләр ҡуйылған, яһалма тигеҙһеҙлек йыһазландырылған.
2022 йылда эсәр һыуҙың сифатын контролдә тотоу һәм анализлау эше атҡарылған. Урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәренә электр, йылылыҡ, газ һәм һыу менән тәьмин итеү бурысы инә.
Былтыр Башҡортостан Республикаһының ауыл һәм ҡала ерҙәрендә һыу ҡыуҙырыу башняларын (үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларын) ағымдағы һәм капиталь ремонтлау программаһы буйынса һыу һурҙырыу башняһын алмаштырғандар, Покровка ауылында һыу үткәргес торбаһы һуҙғандар. Был эштәр “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты комплекслы үҫтереү” һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бөтәһе 1, 843 мең миллион һумға торошло булған. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә 77 дана урам яҡтыртҡысы хеҙмәтләндерелә.
Бахмут ауыл биләмәһенең адреслы хужалығын яҡшыртыу саралары күрелә. Адреслы хужалыҡтың торошо тикшерелә, 47 мең һумлыҡ номер билдәләре һәм урамдарҙың атамалары яҙылған табличкалар һатып алынған һәм ҡуйылған.
Ауылдар даими төҙөкләндерелә: тирә-яҡ таҙартыла, ағас ултыртыу өмәләре үткәрелә. Ауыл хакимиәте һәм мәғариф учреждениеһы көсө менән “Дуҫлыҡ” аллеяһында һәм учреждение биләмәләрендә 350 төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡандар.
Бахмут ауыл биләмәһе туризмды үҫтереү ҡеүәтенә эйә, сөнки ауыл биләмәһендә ҡуртымға алынған дүрт быуа бар. “Голд-Фиш” ял базаһы, Яңауыл ауылынан ике километр алыҫлыҡта Кудряшка йылғаһы башланған урында балыҡ быуаһы урынлашҡан. Биләмәлә ағас өйҙәр, балалар һәм волейбол майҙансығы, бассейндар, мангал зонаһы бар. Әүҙем ял итеү өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Йәш эшҡыуарҙарҙың биләмәлә туризмды үҫтереү буйынса үҙ проекттары бар.
Ауыл биләмәһендә рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтар урындары бөтөрөлгән. Бахмут ауыл биләмәһе халҡы зыяраттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай, сүп-сарҙы таҙартыу, тышҡы күренешен яҡшыртыу буйынса өмәләр үткәрелә.
Ауыл биләмәһендә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Ике тиҫтә йыл ауыл хакимиәте башлығы булып эшләү еңелдән түгел, әммә тәжрибәле етәксе Нурия Нуриман ҡыҙы, бөтәһе менән дә уртаҡ тел табып, эште дөрөҫ ойоштороуға өлгәшә.
Рәмилә МУСИНА