Йәмғиәт
1 Август 2023, 12:00

Благовещен йылдан-йыл үҫешә

Башҡортостан Башлығы ҡалалағы эштәр барышы менән танышты.

Благовещен йылдан-йыл үҫешәБлаговещен йылдан-йыл үҫешә
Благовещен йылдан-йыл үҫешә

Бөгөн Радий Хәбиров Благовещендағы Социалистик урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттар биләмәһендә булды. Был урын “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төҙөкләндерә.

Ҡала башлығы Сергей Завгородний һәйләүенсә, төҙөүселәр автомобиль туҡталҡаларына һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлға асфальт түшәгән, яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйған һәм башҡа эштәр башҡарған. Төҙөкләндереүҙең дөйөм суммаһы 44 миллион һумға барып баҫа. Эштәрҙе 2023 йылдың сентябренә тиклем тамамлау күҙаллана.

2019-2022 йылда Благовещенда “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә 12 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән.

– Был - беҙҙең иң шәп программа. Киләһе йылға финанс күләмен арттырырға тырышырбыҙ. Благовещен ҡалаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөп бөтөргә кәрәк, шулай уҡ бер нисә балалар баҡсаһына ихтыяж бар, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас