Йәмғиәт
1 Август 2023, 05:38

Борай үҫә, матурая

Быға төрлө программаларҙа ҡатнашыу булышлыҡ итә.

Азат Латиповтың шәхси архивынан.Азат Латиповтың шәхси архивынан.
Фото:Азат Латиповтың шәхси архивынан.  

Борай районының Борай ауыл биләмәһе ҡаҙаныштарына килгәндә, ысынлап та, бында бик күп эш тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, былтыр хакимиәттең эшмәкәрлеге, тәү сиратта, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, уны социаль яҡлауға, иҡтисадты, социаль өлкәне, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ғәмәлдә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙың торошон яҡшыртыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса етди эштәр башҡарғандар. Был йәһәттән Борай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азат Латиповтың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Ул 2009 – 2019 йылдарҙа Борай районы хакимиәтенең финанс идаралығында баш белгес булып эшләй. 2019 йылда уға Борай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы вазифаһын ышанып тапшыралар.   

Азат Ҡатиф улы Борай районының Борай ауылында тыуып үҫкән. Тыуған еренең илһөйәре яҡташтарының тормошон яҡшыртыу өсөн барлыҡ сараларҙы күрә, шуға ла ҡыҫҡа ваҡытта район етәкселеге алдында ла абруй ҡаҙана.

Быйыл Борай ауыл хакимиәтенең отчет ултырышында район советы рәйесе Алик Рәмил улы: “Борай ауыл биләмәһе хакимиәте, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеп, беҙ йәшәгән норматив хоҡуҡи базаны булдырып, һөҙөмтәле эшләне”, – тип Азат Латиповтың командаһының эшенә ыңғай баһа бирҙе.

Быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программа­һына ярашлы, Борай ауылында Һары (Сару) йылғаһы ярын төҙөкләндереүҙе тамамлаясаҡтар. Һөҙөмтәлә халыҡҡа ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы урын барлыҡҡа киләсәк.

Бынан алдағы йылдарҙа ла бихисап эш башҡарылған. Мәҫәлән, район үҙәгендә район символын ҡуйғандар, светофор урынлаштырғандар, фонтан барлыҡҡа килгән. Шабай ауылы зыяратын кәртәләгәндәр. Ауылдарҙа контейнер майҙансыҡтары эшләгәндәр, яугир-интернацио­налистарға, моряктарға обелиск ҡуйғандар. Дүсмәт ауылына юл төҙөлгән, шулай уҡ ауыл урамдарына ҡырсынташ һәм асфальт түшәлгән. “Башҡорт ихаталары” проектында ҡатнашып, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә өлгәшкәндәр. Ғөмүмән, Борай ауылы биләмәһе йылдан-йыл матурая, заманса төҫ ала.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас