Йәмғиәт
1 Август 2023, 05:44

Гүзәллекте күрһәтә белергә лә кәрәк

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Башҡортостанда туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы әүҙем үҫеш осоро кисерә. Беҙҙең республика һуңғы йылдарҙа айырыуса билдәлелек алды, уның бүтән төбәктәрҙән килгән туристар өсөн ылыҡтырғыс көсө арта бара. Был иһә тармаҡтың үҫешенә даими иғтибар һәм ярҙам күрһәтелеүен дә раҫлай.

 

Уларҙың һаны йылдан-йыл арта

 

Былтыр Башҡортостанда туристар ағымы күләме 1,9 миллион сәфәр тәшкил иткән. Ошо күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында – өсөнсө, ә Рәсәйҙә 13-сө урында. Был күрһәткес ил буйынса уртаса кимәлдән 11 процентҡа һәм федераль округ буйынса уртасанан 72 процентҡа юғарыраҡ.

Хәҙер “туристарҙы коллектив урынлаштырыу урындары” тигән төшөнсә бар: ҡунаҡханалар, турист базалары, ял йорттары, шифаханалар һәм башҡа объекттар. Башҡортостанда улар 549 дана иҫәпләнә, һәр береһе турист тәғәйенләнешендә файҙаланылыу маҡсатында эксперттар тарафынан тейешле классификация алған.

Былтыр Башҡортостандың ошо ял урындары 1,2 миллион туристы ҡабул иткән. Был иһә Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәй буйынса туғыҙынсы урын тигән һүҙ. Ошо объекттар рәтенә ингән шифаханалар ғына ла беҙҙең төбәктә – 76. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уларҙа йыл дауамында 300 мең тирәһе кеше һаулығын нығыта.

 

Бөтә ил буйынса – бишенсе урындабыҙ

 

Шифаханаларға ихтыяж буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә бишенсе урында килә.   Шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлеге – рекреацион секторҙың төп йүнәлештәренең береһе. Шифаханаларға ихтыяж буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы һәм Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй. 2022 йылда республика шифаханаларында бөтәһе 224 мең кеше ял иткән. Башҡортостан шифаханаларының даны күптән инде тирә-яҡҡа таралған, һәр береһе ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә. Уларҙа шифалы һыуҙар, батҡаҡ, ҡымыҙ менән дауалау киң ҡулланыла. Күптәренең дауалау көсө, тылсымлы тәьҫире борон-борондан билдәле булған. Башҡорт ерендәге минераль һыу сығанаҡтары тураһында XVI быуатта уҡ яҙып ҡалдырғандар. “Яҡтыкүл”, “Асы”, “Талҡаҫ”, “Янғантау”, “Красноусол”  шифаханалары рәхәтләнеп ял итергә, сәләмәтлеген нығытырға теләүселәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итә.

“Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” төбәк проекты ла халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Былтырғы йомғаҡтар буйынса унда 10 мең кеше ҡатнашҡан, был 2021 йылға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк.

– Беҙ өлкән быуын кешеләре өсөн маршруттар һанын 35-тән 45-кә тиклем арттырҙыҡ. Уларға 100-ҙән ашыу иҫтәлекле урын һәм турист урындары инә. Быйыл программала ҡатнашыусылар һаны 20 меңгә етер тип уйлайбыҙ, – тине Баш­ҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов. – Был проектҡа ярашлы, күрше дәүләттәргә сәфәрҙәр географияһын киңәйтеү өсөн белорус коллегаларыбыҙ менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Уҙған йылда мәктәп туризмы програм­маһын финанслау ярайһы уҡ артҡайны. Ошо йүнәлешкә федераль бюджетта 188 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған (Мәскәү өлкәһенән ҡала күләм буйынса икенсе күрһәткес). Был республика буйлап сәйәхәт итә алырҙай балалар һанын өс тапҡыр арттырырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, ошо турист йүнәлеште көйләгән мәғлүмәт системаһы Башҡортостанда һәм Мәскәү өлкәһендә генә бар.

 

Тармаҡ табыш бирә

 

Әлбиттә, тармаҡтың эше үҙен иҡтисади яҡтан аҡларға һәм дөйөм үҫешкә өлөш индерергә лә тейеш. Былтыр туризм өлкәһендә беҙҙең республикала 13,5 миллиард һумлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәтелгән, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа күберәк (2021 йылда ошо күрһәткес 10,8 миллиард һум булған).

Тәбиғи, алынған табыш турист инфраструктураһын үҫтереү буйынса эште йәнләндереүгә булышлыҡ итә. Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, министрлыҡ һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр был эшкә  федераль ҡаҙнанан байтаҡ аҡса йәлеп итеүгә өлгәшкән, уның төп өлөшө инфраструктура  объекттарын  булдырыуға йүнәлтеләсәк. Шул иҫәптән 136 миллион һумы бөтәһе лә файҙалана алырлыҡ турист мөхите проекттарын тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ.

Инвестиция әүҙемлеген арттырыу тармаҡ етәкселегенең төп иғтибар үҙәгендә тора. Әле 300-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылыу өҫтөндә, улар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 32 миллиард һумдан аша. Инвесторҙар өсөн айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған объект – глэмпингтар. 2024 йылғаса улар 50 дана төҙөлөргә тейеш. Башҡортостанда әле 63 глэмпинг бар, шуларҙың яртыһы былтыр барлыҡҡа килгән. Ошо эште тиҙләтеү маҡсатында Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы глэмпингтар төҙөү өсөн ер майҙансыҡтарын ҡануниәт талап иткән һатыулашыу үткәрмәй генә бирергә килеште.

Глэмпингтар – сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән ял рәүеше.

 

Конкурсҡа юл асыҡ

 

Быйыл йәй башында республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы түбәндәге йүнәлештәр буйынса икенсе конкурс иғлан итте: пляж зоналары булдырыу, туристар өсөн ял урындары ойоштороу, һаулығы сикләнгән кешеләргә лә турист мөхитендә ял итеү мөмкинлеге тыуҙырыу һәм яңы турист маршруттары асыу.

Өҫтәмә этапта тағы ла 180 миллион һум  бүленәсәк.

 

Геопарктар – туристарҙы  йәлеп итеү нөктәләре

 

Башҡортостандағы геопарктар – ту­ристарҙы ылыҡтырыу урындары ла, буласаҡ инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһынды­рырлыҡ объекттар ҙа. Былтыр республикала “Баш­ҡортостан Республика­һындағы геопарктар тураһында”ғы Закон ҡабул ителгәйне, ул Рәсәйҙә ошо тәбиғәт урындарына ҡағы­лышлы беренсе ҡанун булып тора.  Шулай уҡ йыл барышында геопарктарҙағы инфраструктураны үҫтереү буйынса ҙур эш алып барылды.

– “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарында беҙ инвесторҙарға ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти Рөстәм Афзалов. –   Башҡортостанда геопарктар ойоштороу, уларҙың сиктәрен билдәләү тәртибе, ошо тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса төп бурыстар һәм йүнәлештәр, дәүләт ярҙамы һәм идара итеүе буйынса ҡануниәт тә эшләнгән. Геопарктарҙа бөгөн идарасы ойошмалар, визит үҙәктәре булдырылған, инвесторҙар өсөн проекттар әҙерләнгән.

 

Мәғлүмәт үҙәктәре – заман талабы

 

Былтыр беҙҙең республикаға ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргән мөһим һөҙөмтәләрҙең береһе – Башҡортостан Хөкүмәте менән “Корпорация Туризм. РФ” акционерҙар йәмғиәте араһында төҙөлгән килешеү. Уның нигеҙендә “Яҡут тоҙло сығанағы” шифаханаһын төҙөү” берлектәге  проекты тормошҡа ашырыла башланы, был объектты булдырыуға 1,5 миллиард һум бүленә. Корпорацияға ебәреү өсөн тағы ла ете инвестиция проекты буйынса документтар әҙерләнә, уларҙың хаҡы 17,4 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Туристарҙы ташыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса саралар ҙа тормошҡа ашырыла, улар круиздар һәм йылға туризмы, тимер юлда хәрәкәт итеү йүнәлештәренән тора. Хәҙерге турист инфраструктураһының заманса талабы – мәғлүмәт үҙәктәре булдырыу. Бөгөн республикала ошондай һигеҙ үҙәк эшләй, уларҙың бишәүһе былтыр ғына асылған.

Ә быйылғы тәүге биш айҙы алып ҡараһаҡ, беҙҙең республикала 861,9 мең турист булып китеүен белербеҙ. 2022 йылдың шул уҡ осоро менән сағыш­тырғанда, туристар ағымы 30 процентҡа артҡан. Йылдың тәүге биш айында уларға биш миллиард һумлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәтелгән, был үткән йылдың шул уҡ осорона ҡарата 16,3 процентҡа күберәк. Был арауыҡ йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан туристар ағымы буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй буйынса 11-се урынға сыҡты.

Турист йүнәлештәре беҙҙә байтаҡ. Социаль туризм, мәҫәлән, халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыуын раҫланы. “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты былтыр, алдағы йыл менән сағыштырғанда, ҡунаҡтарҙы 2,5 тапҡырға күберәк ҡабул итте. Быйыл ошо проекттың маршруттар һаны 35-тән 45-кә етте, уларға йөҙҙән ашыу күрһәтмә объект һәм турист локацияһы беркетелгән. Был маршруттар һанын арттырыу дауам итә. Әлеге мәлдә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы шуға оҡшаш проектты Беларусь Республикаһы менән берлектә ойоштороу мәсьәләһен хәл итә.

Ваҡиғалар туризмы һәм этнотуризм – Башҡортостан илдә алдынғы булып һаналған йүнәлештәр. 2022 йылдың йомғаҡтары шуны раҫлай. Республиканың һәр муниципаль берәмегендә ошо яҡҡа ғына хас булған ваҡиға саралары бар. Былтыр шул йүнәлештәр буйынса 104 ҙур сара үткәрелгән. Уларҙың күпселеге төбәктән ситтә лә яҡшы билдәле. Миҫалға Бөрөләге “Ваҡыт йылғаһы”, Өфөләге “Терра Ҡыш”ты күрһәтергә була, былтыр уларға Баймаҡ районындағы “Башҡорт аты” фестивале өҫтәлде.

Бындай ваҡиғалар ҡала һәм райондарҙы туристар өсөн ылыҡтырғыс итә, ә был иһә, үҙ сиратында, урындағы эшҡыуарлыҡты ла йәнләндерә төшә.

Этнотуризм да ҡеүәтен арттыра бара. Хәҙер был йүнәлештең 96 тармағы яйға һалынған. Этник турист локациялары булдырылды: “Инайя” этнопаркы, “Башҡорт­остан йөрәге” этнотуристик комплексы, “Торатау” солоҡ умарталығы, “Алтын ҡош” ихатаһы һәм башҡалар. Ошондай объекттар һәм маршруттар Башҡортостанды турист баҙарында таныулы итә.

Сәнәғәт туризмы ла яңы һәм киләсәге өмөтлө йүнәлештәрҙең береһе булмаҡсы. Былтыр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы был йүнәлешкә SWOT-анализ үткәргән. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһын сәнәғәт туризмы акселераторына индереүгә өлгәшкәндәр. Беҙҙең был өлкәлә күрһәтерлек мираҫ – боронғо баҡыр иретеү һәм быяла заводтары – туристарҙы йәлеп итеү нөктәләре булып хеҙмәт итә ала. Министрлыҡ муниципаль берәмектәр хакимиәттәре һәм турист операторҙары менән берлектә сәнәғәт мираҫы предприятиеларының туризм үҙенсәлектәрен өйрәнеү ойошторҙо.

 

Беҙ ҙур туризм ҡеүәтенә эйә

 

Республикабыҙҙа туризмдың үҫешенә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын тормошҡа ашыра барыу ҙа ҙур йоғонто яһай. Был проект 2021 йылда үҙ эшен башланы һәм турист сәйәхәтен уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итеүгә тәғәйенләнгән. Ул туристар өсөн сервис булдырыуға, ә турист маршруттарын һәм ял урындарын ойоштороусыларға дәүләт ярҙамы алырға форсат бирә.

– Ошо милли проект саралары – Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнә­лештәрҙең береһе, – ти министр. – Быйыл туризм тармағын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 900 миллион һумдан ашыу аҡса биреләсәк. Республикала яңы ял урындары, маршруттар һәм хеҙмәтләндереү төрҙәре, туристар өсөн ҡорамалдар, электрон юл күрһәткестәр,   объекттарҙа инклюзив мөхит элементтары  барлыҡҡа киләсәк.

Туристарҙы йәлеп итеү өсөн беҙҙә төрлө йүнәлештәге яңы маршруттар ҙа булдырыла: гастротурҙар, мәҙәни-ағартыу саралары, музейҙарға барыу, башҡорт халҡының һәм республикала йәшәгән башҡа милләт­тәрҙең традициялары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған этнотурҙар, спелео­турҙар, һалда ағып төшөү, һыбай йөрөү һәм башҡалар.

Башҡортостанда туризм тармағын үҫте­реү мәсьәләһенең көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Туризмды үҫтереү концепцияһын тик­шергән республика Хөкүмәте кәңәшмәлә­ренең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо тармаҡ менән даими шөғөлләнәсәге тураһында белдергәйне. “Беҙ һирәк осраған туризм ҡеүәтенә эйә, ә бына инфраструктура хәҙерге заман талаптарына тура килмәй, бының өсөн ваҡыт кәрәк”, – тигәйне республика етәксеһе. Эҙмә-эҙлекле рәүештә күрелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН 

Читайте нас