

Республика райондарында әүҙем, егәрле, эшлекле ауыл биләмәһе башлыҡтары бихисап. Илмир Йәрмөхәмәтов – ошондай уңғандарҙың береһе. Ул 2020 йылдан Матрай ауыл биләмәһен етәкләй.
Илмир Салауат улы 1982 йылда Йылайыр районының Матрай ауылында тыуған. Матрай урта мәктәбен тамамлағас, Күмертау физкультура училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Хәрби хеҙмәтен Амур өлкәһендә Хәрби-Һауа көстәре ғәскәрендә үтә. Армиянан ҡайтҡас, Себер тарафтарында вахтаға йөрөй, “Башинформсвязь” предприятиеһында электромонтер булып эшләй. Ҡатыны Венера Нөғәмән ҡыҙы менән Гөлнәзирә, Зөлхизә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.
Илмир Салауат улы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, депутат була. 2017 – 2020 йылдарҙа ауылыбыҙҙың мәсетендә имам вазифаһын башҡара. 2020 йылдың октябрендә уға Матрай ауылы хакимиәте башлығы вазифаһын ышанып тапшыралар.
Йәш етәксе дәртләнеп эшкә тотона. Матрай ауыл биләмәһе хакимиәте район һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа, программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашалар. Шулай уҡ урындағы халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам йыя, ауылдарҙы төҙөкләндереү эштәрендә лә әүҙемдәр.
“Һәр эште халыҡ менән бергә килешеп эшләйбеҙ, шул саҡта ғына һөҙөмтә була”, – ти Илмир Йәрмөхәмәтов.
Рәмилә МУСИНА