

Башҡортостанда 3 йәштән 18 йәшкәсә хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы «Изгелек әйләнәһе» фонды (фондкругдобра.рф) саралары иҫәбенә дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр
Дәүләт хеҙмәттәре аша 24 пациент ғариза яҙған да инде - улар бөтә кәрәкле документтарын ебәргән. 22 ғариза хупланған, ҡалғандарын ҡарайҙар.
Глекапревир/Пибрентосвир һәм Софосбувир/Велпатасвир кеүек препараттарҙы балалар яҡын арала аласаҡ.
Ил буйынса бөтәһе мең ярымдан ашыу ғариза хупланған. Ентеклерәк - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәхифәһендә.
Кәрәкле препараттарҙы алыу өсөн нисек ғариза яҙырға - роликта ҡарағыҙ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: "Республика Башкортостан".