Йәмғиәт
1 Август 2023, 06:09

Йәштәр килгәненә ҡыуана

Күңелендә – яҡты уйҙар.

Үҙе әйтмешләй, тормошо бик ябай Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Хәмдиә Хәйҙәр ҡыҙының. Ғафури районының Байымбәт ауылындағы ғаиләлә дүрт бала ла кескәй генә йәштән хеҙмәткә, уның ҡәҙерен белергә, эшләп ашарға өйрәнә. Ошо сифат уға артабан ауыр хеҙмәт юлын һайларға нигеҙ бирә. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, тейешле белем ала ла “СНХЗ”-ға аппаратсы булып эшкә урынлаша ул. Һәм бына 1989 йылдан алып һөнәренә тоғро ҡалып килә.

– Эшемде бик яратам, ауыр, ирҙәр хеҙмәте, ҡорамал да күтәрергә, ҙур асҡыс менән гайка борорға ла тура килә. Төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыға, аппараттарҙы контролдә тотоу зарур. Ғәмәлдә ярты ғүмеремде заводҡа арнаным, ҡыҙыҡ бит, – тип бәйән итә Хәмдиә Мортазина һөнәре хаҡында.

Әйткәндәй, Хәмдиә ханым йәштәрҙең ҡул араһына инә барыуына ла ҡыуана, ни тиһәң дә, алмаш килә бит. Үҙенең ҡыҙы Лилиә лә, әсәһенең юлын дауам итеп, ошо заводта лаборант булып эшләп, хеҙмәт кешеһенең данын күтәрә.

Ә бына шәхси тормошо ябайҙарҙан түгел уның. Яҡындарын юғалтыу менән бер рәттән, йәшләй генә ғаиләһе тарҡала. Бергә (бер заводта) эшләрбеҙ, ауырлыҡтарҙы уртаҡ күтәрербеҙ, бәхетле йәшәрбеҙ, тип хыяллана ла бит ябай ауыл ҡыҙы. Тик тормоштоң үҙ ҡануны. Иң мөһиме – ауырлыҡтарға баш эйеп ҡалмай ҡатын, кескәй балаһын өйҙә яңғыҙы ҡалдырып, төнгө сменаға китергә тура килгән саҡтар йыш була, ҡыҙы сирләп тә ала. Хәмдиә ҡаты аварияға осрай, эштә лә төрлө хәлдәр килеп тыуа – барыһын да йырып сыға һәм бөгөн бәхетле әсәй, ҡәйнә, өләсәй булып йәшәй. Һаман да яратҡан, йыуаныс та, ҡыуаныс та тапҡан эшенә йүгереп бара, күңелендә һәр саҡ яҡты уйҙар йөрөтә.

 
Рәмил МАНСУРОВ

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас