

Урман-тауҙарға, йылғаларға бай Ҡариҙел районының үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ матурлығы бар. Урындағы халыҡ иһә, тыуған еренә тоғро ҡалып, намыҫланып тормош көтә. Яңы Бәрҙәш ауылы биләмәһендә булғанда быға тағы ла инандыҡ.
Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән
Яңы Бәрҙәш ауылы район үҙәге – Ҡариҙел ауылынан 45 километрҙа урынлашҡан. Тәбиғәт матур, был тарафтарҙа йырҙарҙа данлап йырланған Йүрүҙән йылғаһы боролоп-боролоп аға, ауылдар ҙа һаҡланған.
Ошо яҡтарға икенсе тапҡыр барыуым – бынан бер нисә йыл элек урман эшсәндәренең тормошо тураһында яҙырға килгәйнем. Әле тағы ла урман башҡорттары менән осрашырға насип итте.
Беҙҙе эш тип янып торған етәксе – Яңы Бәрҙәш ауылы хакимиәте башлығы Айҙар Ғиндуллин ҡаршы алды һәм урындағы халыҡтың тормошо менән таныштырҙы.
Айҙар Ғәйфулла улы 1971 йылда Яңы Бәрҙәш ауылында тыуған, Ҡараяр урта мәктәбен тамамлаған. Водителгә уҡып сыҡҡас, ул 1989 – 1991 йылдарҙа Венгрияла хеҙмәт иткән. Армиянан һуң урман сәнәғәтендә эшләгән. 1999 йылда мәктәпкә күсә – завхоз, водитель була. Өфөлә педагогия училищеһын тамамлаған. 2006 йылда балалар уҡытыуға күсә. Үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәткән Айҙар Ғиндуллинды 2015 йылда ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлап ҡуялар.
“Эшҡыуарҙар ярҙам итә”
Айҙар Ғәйфулла улы ауыл тормошо тураһында ҡыҫҡаса таныштырып китте. Һөйләшеү барышында ул урындағы эшҡыуарҙар менән ғорурланыуын белдерҙе.
– Ауылда ун шәхси эшҡыуар бар, күптәре урман эше менән шөғөлләнә. Мин уларға рәхмәт әйтәм, сөнки бар яҡлап та ярҙам итәләр. Хатта башҡа ауыл биләмәләрендәге коллегаларым миңә көнләшеп тә ҡуя. Яңы йыл кеүек барлыҡ байрамдарҙы, сараларҙы үткәрергә матди яҡтан ярҙам итәләр, – тине етәксе.
Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһе төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2018 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында Яңы Бәрҙәш ауылында балаларға уйын майҙансығы эшләгәндәр. Ошо уҡ программа буйынса икенсе йылына – “Беларусь” тракторы, 2020 йылда янғын һүндереү өсөн тағылма алғандар, 2022 йылда янғын һүндереү автомобиле өсөн бина төҙөгәндәр.
2020 йылда “Реаль эштәр” проектында ҡатнашып, ауыл урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйғандар, шулай уҡ Йүрүҙән йылғаһындағы күперҙе ремонтлағандар.
“Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашалар
Әле Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһендә 1480 кеше иҫәпләнә. Бүтән төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтары “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, эшҡыуар Алмас Исламғәлиев ауылға ингән урында стела эшләткән, клуб ихатаһын (оҙонлоғо – 213 метр) профнастил ҡалай менән кәртәләткән. Шулай уҡ ул мәктәпкә ике телевизор, ун комплект саңғы, ҡыҙҙарҙың волейбол командаһына спорт кейеме бүләк иткән.
“Поклон” фирмаһы директоры Марат Усманов 2,3 миллион һумға торошло стела эшләткән. Шулай уҡ Яңы йыл байрамында күперҙе биҙәргә 260 метр оҙонлоғонда гирлянда бүләк иткән.
Тағы ла бер ауылдаштары – эшҡыуар Вил Мостафин мәктәпкә 100 парта, уҡытыусыларға ултырғыс һәм өҫтәлдәр һатып алып биргән, клуб сәхнәһен йыһазландырған, аппаратуралар бүләк иткән.
Уңғандар һәр ерҙә лә шөғөлөн таба. Мәҫәлән, Шамрат ауылында Юнысовтар ғаиләһе, Яңы Бәрҙәштә Әкрәмовтар ғаиләһе Йүрүҙән йылғаһында туристарҙы йөҙҙөрөү менән мәшғүл.
Нәүзәт Хисмәтуллин, Рәфил Ҡотлоев, Илфир Шәйхетдинов, Хөбөтдин Хисмәтуллин йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.
“Башҡорт ҡорто бик сыҙам һәм уңған”
Был тарафтарҙа халыҡ ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, Ғәйфулла Ғиндуллиндың баҡсаһы тулы умарта, солоғо ла бар.
– Атайым Кәлимулла Ғиндулла улы 1917 йылғы ине. Ул Бөйөк Ватан һуғышында “Смерш” командаһында капитан була. Һуғыш хаҡында беҙгә бер нимә лә һөйләмәне. Әсәйем Мәҙхиә Әкрәм ҡыҙы менән 11 балаға ғүмер биргәндәр, 10-ы иҫән ҡалған. Беҙҙең ғаилә 15 умартанан да кәм ҡорт тотманы. Атайымдың көнө эштә үтте. Бурысы ла яуаплы ине – “Ҡыҙыл шишмә” колхозы рәйесе булды. Уның фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәне. Һуғыштан һуң район прокуроры урынбаҫары ла булып эшләгән. Беҙ, балалар, әсәйгә хужалыҡта ярҙамлаштыҡ, ҡортто ла ҡараштыҡ. Шул саҡтан умартасылыҡ шөғөлөн үҙләштерҙек, – тип һөйләне ул.
Ғәйфулла Кәлимулла улы 1970 йылда ошо уҡ ауыл ҡыҙы Мәрйәм Мөхөтдин ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Йәштәргә ата-әсәһе бер оя ҡорт бирә. Улар бал ҡорттарын үрсетеп ала, шулай уҡ урманға солоҡ ҡуялар. Әле лә тиҫтәнән ашыу солоҡтары бар. Әйткәндәй, ауылда Ғиндуллиндар – иң күп умарта тотҡан ғаилә.
– Ҡорт балына ихтыяж бар, өйҙән килеп алалар – Өфөнән дә, Татарстандан да, Свердловскиҙан да, – ти хужа.
Ғәйфулла Ғиндуллиндың бер туған ҡустыһы Урал да ҡорт тота, оло апайҙары Рәйфә менән Рима ла был шөғөлдән айырылғаны юҡ.
– 1980 йылда ауылда ҡорт үлеп бөттө. Шул йылда көҙөн, ата-бабаларҙан күргән тәжрибәне иҫкә төшөрөп, урмандағы солоҡтан оялар алып ҡайттым һәм ҡортто үрсетеп алдым.
Башҡорт ҡорто бик сыҙам һәм уңған. Эше булһа, һиңә әйләнеп тә ҡарамай. Ҡортто ла, кешене кеүек үк, ялҡауландырырға ярамай, даими эш биреп торорға кәрәк. Мәҫәлән, ҡара балауыҙҙы алырға һәм уның урынына таҙаны ҡуйырға. Умарталағы рамды йылына дүрт-биш тапҡыр алмаштырырға кәрәк. Магазин ҡуябыҙ, – ти Ғәйфулла ағай.
Ғиндуллиндар үҙҙәре лә бал ҡорттарылай егәрле. Башҡортостандың мәғариф отличнигы Мәрйәм Мөхөтдин ҡыҙы 41 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән. Тәүҙә башланғыс кластарҙа уҡыта, һуңынан балаларға башҡорт һәм татар телдәре серҙәрен өйрәтә. Тәжрибәле, абруйлы остаздың 15-тән ашыу уҡыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған.
Ғәйфулла Кәлимулла улы “Йүрүҙән” һал ағыҙыу участкаһында водитель булып эшләгән. 1970 йылда В.И. Лениндың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән бүләкләнә, Болгарияға ял итергә юллама ла биргәндәр.
Мәрйәм менән Ғәйфулла Ғиндуллиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар тормошта үҙ урынын табып, матур ғаилә ҡороп, уңышлы эшләп йөрөй. Буш ваҡыттарында ата-әсә йортона ҡайтып, умарталарҙы ҡарашалар, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашалар.
– Бөгөн тормош, Аллаға шөкөр, зарланырлыҡ түгел, эсмәйбеҙ, тартмайбыҙ һәм эшләйбеҙ. Хоҙай таҙалыҡ бирһен, – ти Ғиндуллиндар.
Ошондай илһөйәрҙәр бар
Ҡариҙел районында Башҡортостандың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре, Ҡариҙел районының һәм Яңы Бәрҙәш ауылының почетлы гражданы, “Азатлыҡ” йәмғиәте етәксеһе Хөбөтдин Хисмәтуллин тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Ул – урындағы иң ҙур ағас эшкәртеүселәрҙең береһе. Уның етештереү базаһы Тат-Ҡоҙаш ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Хөбөтдин Мөхөтдин улы – ғүмеренең 45 йылын урман эшенә арнаған тәжрибәле етәксе. Хәҙер инде уға был тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә улы Азат ярҙам итә.
“Азатлыҡ” предприятиеһында 37 кеше эшләй. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының, Башҡортостандың Сәнәғәт министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән алдынғы урман эшселәре бар.
Хөбөтдин Мөхөтдин улы, хеҙмәткәрҙәренең киләсәген хәстәрләп, ағас ҡырҡыусыларға тәғәйен пенсия иғәнәһен күсерә һәм был урман эшсәндәренә 55 йәштән хаҡлы ялға сығыу мөмкинлеген бирә.
Предприятие 12 квартал урманды ҡуртымға алған. Биләмәнең төп өлөшө япраҡлы урмандарға ҡарай. Икенсе сортлы ағасты “Кроношпан”ға, Өфө фанера комбинатына тапшыралар.
Хөбөтдин Хисаметдинов ауылда, районда уҙған сараларҙы үткәреүгә даими матди ярҙам күрһәтә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл июндә яугирҙәребеҙгә ул ун кубометр ағас ебәргән.
– Таҡта, бурса бысабыҙ, бура бурайбыҙ. Заказдар бар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Урман эшсәндәрен эшкә көн дә автобус менән йөрөтәбеҙ. Яйлап техника паркын да яңыртып торабыҙ. Ошо арала Ҡытайҙан ағас ташыу машинаһын алырға йыйынабыҙ. Коллектив тотороҡло, беҙҙә эштән сыҡмайҙар, хаҡлы ялға ғына китәләр. Эсергә яратҡан кешеләрҙе бында тотмайбыҙ, – тине Хөбөтдин Хисмәтуллин.
Ғөмүмән, урманлы тауҙарға һыйынып ултырған Ҡариҙел районына сираттағы командировка барышында Яңы Бәрҙәш ауыл хакимиәте биләмәһендә булып, уның уңған кешеләренә һоҡланып ҡайттыҡ.
Һис шикһеҙ, бында тырыш халыҡ йәшәй. “Башҡортостан” гәзитенә лә ихлас яҙылдылар. Ошолай дәртләнеп йәшәгән, тормошҡа зарланмаған милләттәштәребеҙ бөгөн илдең ныҡлы терәге, нигеҙе булып тора ла инде. Абруйлы уҙаман Хөбөтдин Хисмәтуллиндың “Беҙҙә халыҡ тырыш” тип әйтеүе – бындағы уңған милләттәштәребеҙгә лайыҡлы баһа ул.
- Рәмилә МУСИНА



