Йәмғиәт
4 Август 2023, 18:00

Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?

Краснокамалар зарланмай!

Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?
Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?

Краснокама районының Яңы Йәнйегет ауылында йәшәүсе  Марсельеза менән Ибраһим Камбаровтар элек ҡалала ғүмер итһәләр, бөгөн ауылдың иң уңған ғаиләләренең береһе. Йорт-ихаталары тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра: баҡсалары ла гөрләп үҫә, теплицаларында помидорҙарының әллә нисә сорты бешеп ултыра.

– Март айында уҡ үрсетмәгә помидор, борос һымаҡ йәшелсәләрҙе сәсә башлайым. Шул ваҡыттан эш тынмай. Ҡыярҙарҙы июнь башында ашай башланыҡ, - тине егәрле хужабикә.

Донъяларын күркәм итеп кенә тотмайҙар, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуҙары ла һоҡландыра. Марсельеза Ҡасим ҡыҙы  - ауылдың "Йәшлек" вокаль ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе.

Автор фотоһы.

 

Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?
Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?
Һеҙҙең уңышығыҙ нисек булды?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас