

Шамрат ауылы ҙур түгел, әммә бик берҙәм. Бында 80 йортта йәмғеһе 330 кеше йәшәй. Махсус хәрби операция башланып, ауыл советынан егеттәр яуға китә башлағас, халыҡ, әҙерәк ярҙам булһын тип, аҡса йыйып, һалдаттарға кәрәк-яраҡ алып бирә. Һуңынан махсус хәрби операциялағыларҙан сәләм килеп төшә: селтәрҙәр кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар аптырап тормай. “Щит” ойошмаһына барып, селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтеп ҡайталар ҙа шунда уҡ эшкә тотоналар. Ауыл халҡы дәррәү генә туҡыма, башҡа кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйып бирә һәм Мәҙәниәт йорто бинаһында эш ҡайнай башлай. Көн дә бер-ике сәғәткә генә йыйылған апайҙар ошо ваҡыт эсендә бер нисә селтәр үреп өлгөрә.
Эльза Мозафарова, Динария Сөләймәнова, Зөлфиә Нурисламова, Фәрзәнә Сафуанова, Мәсәниә Фәтхинурова, Ләйсән Әхмәтсафина, Земфира Назаршина, Сулпан Арыҫланова, Зөләйхә Сафуанова, Зәйтүнә Әсләмова, Фәүзиә Хөсәйенова, Гөлнара Ғәҙиева һәм башҡалар был эшкә әүҙем ҡушылған.
– Көн һайын йыйылышабыҙ. Кемдең ваҡыты бар, шул килә лә эшләй ҙә башлай. Ир-егеттәр, селтәр үреү өсөн уңайлы булһын тип, махсус ҡоролма эшләп бирҙе. Селтәр үреүҙең дә үҙенә күрә серҙәре һәм талаптары бар. Селтәрҙәрҙе гуманитар ылау менән оҙатасаҡбыҙ, – тип һөйләй ҡатындар.
Шамрат ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бөтә районға тәжрибә уртаҡлашырға, эш нескәлектәрен өйрәтергә әҙер.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА