

Әлфиә менән Нариман Усмановтарҙың улы мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул – өлкән сержант, взвод командиры. Тимәк, һәр һалдат өсөн яуаплы. Башта Ҡазан ҡалаһында бер нисә ай хәрби әҙерлек үткән. Шуныһы шатлыҡлы, күптән түгел ил һаҡсыһы, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, йәнә хеҙмәт урынына ашыҡҡан.
– Ғәзиз кешебеҙҙең етди сырайын, үткер ҡарашын күреү күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ төрлө тойғолар уятты, һуңынан инде уның иңенә ҡайһылай ҙур бурыс йөкмәтелгәнен аңлап ғорурландыҡ, – тип һөйләй Иҫке Байрамғол ауылында ғүмер итеүсе Әлфиә Сафиулла ҡыҙы. – Ғөмүмән, улыбыҙ бәләкәйҙән бик тырыш, сәмсел булды, һәр саҡ уҡырға атлығып торҙо. Белемгә шул хәтлем ынтылышы көслө булмаһа, мәктәптә “биш”ле билдәләренә генә уҡымаҫ та ине. Бынан тыш, белем усағындағы төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаны. Уҡытыусылары лидерлыҡ сифаттарын маҡтап телгә ала торғайны. Учалыла – һөнәрселек училищеһында, Белоретта һөнәрселек техникумында белем эстәгәндә лә алдынғылыҡты бирмәне. Артабан Башҡортостан дәүләт аграр университетында ла иң шәп студенттарҙың береһе һаналды.
Усмановтарҙың улын бурысына намыҫ менән ҡарағаны, алдынғы идеялар менән янғаны өсөн заводта гел генә маҡтағандар. Эш өҫтәлендәге күп төрлө маҡтау ҡағыҙҙары – шуға асыҡ дәлил. Уның эш урыны – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, шахтер булған, мастер итеп үрләткәндәр.
Йәштәр Учалы ҡалаһында йәшәй. Һалдаттың кәләше – ҡаланың күп функциялы үҙәгендә белгес. Лилиә Батыр ҡыҙы әйтеүенсә, ситтә булһа ла, күңеле менән ире һәр ваҡыт улар янында. Әлбиттә, һағыналар, тиҙерәк осрашыуҙы көтәләр. Ҡыҙҙары Лиана ялға ҡайтҡанында атаһының ҡосағынан төшмәгән. Һөйләргә лә түгел, башта һағынып бер булған, таптырған атаһын. Хәҙер бәләкәс ҡыҙ барыһын да аңлай. Йорт хужаһы төрлө пландар тураһында хыяллана. Мәҫәлән, кәләше менән Иманғол ауылында өй төҙөй башлағандар. Уның да ниндәйе бит әле! Йәштәр уны ҙур итеп һалырға уйлай. Донъялар тынысланғас, Усмановтар йортоноң тирә-яҡта балҡып ултырасағына тамсы ла шик юҡ.
Әлфиә менән Нариман Усмановтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Заһит улдары полицияла эшләгән, әле хаҡлы ялда. Подполковник Заһит Усманов, конституцион тәртип урынлаштырыу маҡсатында, Чечен Республикаһына ике тапҡыр командировкаға барған. Рәсәй эске эштәр министры, генерал Владимир Колокольцев уны Рәхмәт хаты менән бүләкләгән.
Ҡыҙҙары Миләүшә иһә ғаиләһе менән Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында ғүмер итә. Әйткәндәй, уның ире Альберт шулай уҡ Чечняла хеҙмәт иткән.
– Өс балабыҙҙы ла илебеҙгә лайыҡлы шәхес итеп үҫтерергә тырыштыҡ, белемгә ынтылһындар тип теләнек, – тип һүҙгә ҡушыла Нариман Усманов. – Шуға ҡыуанабыҙ, береһе лә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Килендәребеҙ менән кейәүебеҙгә лә һүҙ юҡ, тырыштар, аҡыллылар, йүнселдәр.
Тағы бер күренешкә иғтибар йүнәлтеү урынлы. Усмановтарҙың ошо улдарын, яҫы табанлы булыуы сәбәпле, әрме хеҙмәтенә алмаҫҡа уйлаған табиптар. Уның ҡарауы, үҫмер училищела электрикка уҡып йөрөгәнендә, имтихандарҙы алдан тапшырып, һалдат ҡайышын таҡҡан.
Быйыл яҙ Нариман Нуретдин улы менән Заһит Луганск Халыҡ Республикаһына улдары янына барып ҡайтҡандар. Нисек тиһегеҙме? Һүҙ ҙә юҡ, буш ҡул менән бармағандар. Тәүҙә махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ өсөн күп итеп әйбер йыйғандар. Унда тиҙ йөрөшлө һәм ҡеүәтле техника – иң кәрәклеһе. Йәһәт кенә автомобиль һатып алыу өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторғандар. Һалдат үҙе хеҙмәт күрһәткән предприятие ла уға тос өлөш индергән. Шулай итеп, “УАЗик” маркалы машинаны ишек алдына килтереп ултыртҡандар. “Ҡорос ат”ты нисек алып барып еткерергә? Был тәңгәлдә ниндәй ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин?! Нариман ағай үҙе ғүмер буйы водитель булып эшләгән, машина йөрөтөүҙә бай тәжрибәгә эйә. Заһит та инде нисә йыл “тимер ат”тан төшкәне юҡ. Баҡтиһәң, бер генә түгел, тотош өс автомобиль менән юлға сыҡҡандар. Усмановтарҙан тыш, Владимир, Эдуард һәм Руслан исемле уҙамандар ҙа ярҙамға ашыҡҡан. Халыҡ аҡсаһына һатып алынған “УАЗик”ты һалдаттарға ҡалдырып киткәндәр, ә үҙҙәре, яҡынса биш мең километр юл үтеп, бер аҙна эсендә алыҫ сәфәрҙән урап ҡайтҡан. Күршеһе әйтмешләй, әйтерһең дә, ул Учалы ҡалаһына барып әйләнгән.
“Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, сәфәргә сыҡҡанһығыҙ, ауыр булманымы, оҙон юл ҡурҡытманымы?” Ошо йүнәлештәге һорауҙы ҡайһы берәүҙәр бирмәгән түгел, биргән уға.
– Еңеү өсөн, һалдаттарҙың тормошон һәм хеҙмәтен еңеләйтеү маҡсатында ошо тәүәккәл аҙымды яһаным, – ти Нариман ағай. – Ни өсөн ситтә ҡалайым, ти, ярҙам итмәйем, ти?! Бүтән берәү шулай битараф булһа, тағы ла уларға башҡалар өҫтәлһә... Юҡ, бындай кире сифаттар беҙгә хас түгел. Илебеҙ яҙмышы шундай хәлдә икән, бөтәбеҙ ҙә теләктәшлекте көсәйтергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, юл йөрөп ҡайтыу бер ҙә ауырға тура килмәне. Киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн ул һәйбәт булды әле.
Әлфиә Усманова әйтеүенсә, улар улдары янына барып ҡайтҡас, әсә кеше лә үҙен ғәзиз кешеһе менән осрашҡан, янында тороп һөйләшкән кеүек хис иткән. Тормош иптәшенең балаһының күңел торошон, кәйефен тыуған яҡтарына алып ҡайтҡаны өсөн рәхмәте ҙур.
Әлфиә ханымдың бүтәндәргә лә рәхмәте сикһеҙ. Ватан һаҡсыһының кәләше лә, ата-әсәһе лә Учалы районы хакимиәтенең һәр йәһәттән дә ярҙамын тойоуын билдәләне. Яғыулыҡ, дөрөҫөрәге, утын килтереүҙәре, бүтән төрлө эштә булышлыҡ итеүҙәре – шуға асыҡ миҫал. Шулай уҡ Туңғатар ауыл биләмәһе башлығы Алмас Ғиззәтуллин да уларҙың йәшәйеше менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
Һөйләшеү барышында, ғәҙәттә, Әлфиә Сафиулла ҡыҙы әүҙемлек күрһәтте, ә Нариман ағай иһә кәрәген генә теүәл итеп еткереүҙе хуп күрҙе.
– Минеңсә, һәр егет армияла хеҙмәт итергә тейеш, шул саҡта ғына илебеҙ тыныс буласаҡ, үҙ сиратында, Ватан именлеге өсөн атай-әсәйҙәрҙең күңелендә шик-шөбһә юҡҡа сығасаҡ, – тине әсәй кеше. – Махсус хәрби операция биләмәһендәге һәр һалдат өсөн йөрәгем әрней, уларҙың һәммәһенең дә әсәһе, атаһы, ғаиләһе, яҡындары бар бит. Барыһының да тыуған төйәктәренә ҙур еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйем, Хоҙай Тәғәләнән шул турала һорайым. Шәхсән миндә алдан тойомлау, күрәҙәлек итеү бар. Барыһы ла яҡшы булыр, донъялар тынысланыр.
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Учалы районы