

Башҡорт донъяһының матурлығын күрһәткән фотопроект авторы Гөлназ Ғәлимуллина-Макиева үҙенең эштәрендә милләтебеҙҙең ҡото булған замандаштарыбыҙҙы, милли кейемдәребеҙҙе һәм уларҙы тергеҙеүсе оҫталарҙы сағылдыра. “Мәҡәлдәр календары” фотопроектының яңы серияһына биҙәүестәр эшләүсе оҫта егет Иҙел Хәкимов һәм бейеүсе Таңсулпан Сәғитованы йәлеп иткән. “Йәшлек ике килмәй” тип атала ул.
Образдың авторы Иҙел Хәкимов көнбайыш башҡорттарының милли кейемен һайлаған. “Образ һайлағанда тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, традицион башҡорт кейеме буйынса эксперт (Пермь крайы) Альберт Махмудов менән кәңәшләшеп эшләнек. Минең маҡсатым – башҡорт милли кейеме буйынса стереотиптарҙы боҙоу. Сөнки милли кейемдәребеҙ шул тиклем бай. Уларҙың төрлөлөгөн халҡыбыҙ аңлаһа ине. Беҙҙә ҡашмау менән селтәр генә түгел, хәситә, ҡалпаҡ та кейгәндәр. Тарихты белмәгәнлектән милли кейемдәрҙе бутауҙар күренә”, – ти Иҙел.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейеме өйҙә туҡылған әйберҙәр булыуы менән характерлана. Киндерҙән күлдәк, салбар, алъяпҡыс һәм өҫ кейеме теккәндәр. Бишмәт, тун һәм мамыҡ бәлтә кейгәндәр. XIX быуат аҙағында ҡатын-ҡыҙ күлдәктәренең үҙенсәлеге булып бил кимәлендә киң тышлыҡ тора. XX быуат башында бында күлдәктәр һәм алъяпҡыстар өйҙәге ҡыҙыл йәки һары туҡыманан тегелгән.
Йәйгеһен күлдәк өҫтөнә оҙон, билдән тар һәм итәккә йәйелгән камзол кейгәндәр. Кейемде тәңкәләр менән биҙәгәндәр: һырға, муйынсаҡтар һәм сасҡап, арҡалыҡ таҫмалары, дәүет (хәситә). Көнбайыш райондарҙа ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең муйынынан өҫтәрәк яға сылбыры таҡҡан. Ирҙәрҙең баш кейеме – тиренән эшләнгән бүрек һәм кейеҙ эшләпәләр. Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар француз яулыҡ ябынған, оло йәштәгеләр яурындарын ҡаплап торған аҡ ҡыйыҡса япмаһы бөркәнгән. Ҡатын-ҡыҙ кейемен бер нисә төр ҡалпаҡ тулыландыра. Был территорияла XIX быуат аҙағына тиклем ҡыҙҙар башына таҡыя, аяҡтарына сабата, ә байрамдарҙа күн аяҡ кейеме башмаҡ, ҡыңкалуш кейгәндәр.
Иҙел – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, “Этномода” халыҡ-ара йәш дизайнерҙар фестивале еңеүсеһе һәм “Мода” йүнәлешендә 2020 йылғы Бөтә Рәсәй студенттар яҙының II дәрәжә лауреаты. Таңсулпан – “Guzal-dance” коллективы солисы, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты һәм SMM-белгес. Улар быйыл “Байыҡ” башҡорт бейеүенең республика телевизион конкурсында ҡатнаша. Уңыштар, йәштәр!
- Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА