

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 29 августа Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында йәштәр өсөн «Эш - йәштәргә!» республика вакансиялар йәрминкәһен үткәреү планлаштырыла.
Йәрминкәлә ҡатнашыу йәштәрҙең хеҙмәт башланғысын дәртләндерә, даими һәм ваҡытлыса мәшғүллеген тәьмин итә, Башҡортостанда эшһеҙлек кимәлен кәметә. Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте үҙәге, Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, Өфө волонтерҙары ассоциацияһы, Рәсәй йәштәре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Студенттар отрядтары йәмәғәт ойошмаһы, ҡаланың ҙур предприятиелары йәштәр менән эш йүнәлештәре тураһында төрлө мәғлүмәт менән таныштырасаҡ.
Йәрминкә барышында ҡатнашыусыларға төрлө һөнәри йүнәлеш саралары тәҡдим ителәсәк:
- һөнәри йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре;
- эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү, һөнәри һынауҙар;
- Иң яҡшы карьера консультанттарынан кәңәштәр.
Шулай уҡ йәрминкә сиктәрендә йәштәрҙең шәхси һәм профессиональ потенциалын үҫтереү маҡсатында уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың һәм йәш граждандарҙың көнүҙәк проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәлдәр» планлаштырылған.
Фото: api.rbsmi.ru