Йәмғиәт
5 Август 2023, 17:45

Тимер юлсылар байрам итте

Бөгөн, 5 августа, Тимер юлсылар көнө алдынан Дим районында "Маҡсатҡа өлгәшеп" спорт ярышы һәм йыр-моңло байрам сараһы үтте.

Тимер юлсылар байрам иттеТимер юлсылар байрам итте
Тимер юлсылар байрам итте

Тимер юлсылар көнө – Дим районы халҡы өсөн үҙенсәлекле байрам. Бында 136 йыл элек төҙөлгән тимер юл бөгөн дә мөһим роль уйнай. Тап ошо тармаҡта йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә. Шуға күрә Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында үткән сараға тимер юлсылар һәм уларҙың ғаиләләре ҙур теләк менән килде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев ҡотланы.

- Тимер юл менән бәйле төрлө һөнәр эйәләре – машинистар, эшселәр, инженерҙар, слесарҙар, диспетчерҙар һәм ремонтсылар төбәгебеҙҙең Рәсәйҙең башҡа ҡалалары менән өҙлөкһөҙ бәйләнешен тәьмин итә. Киләсәктә лә һеҙҙең профессионализм һәм яуаплылыҡ тимер юл магистралдәрендә иң ҡатмарлы производство бурыстарын уңышлы хәл итергә ярҙам итер, тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм яңы хеҙмәт еңеүҙәре теләйем, - тине Алан Марзаев.

Намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм тимер юл тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн тимер юл тармағының байтаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы, предприятиеның Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Ҡотлауҙарға Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков та ҡушылды. Илдең иң ҙур тимер юл үҙәгенең етәксеһе булараҡ, ул тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә мөһим транспорт артерияһының туҡтауһыҙ эшләүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Был көндө тимер юл тармағы ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кожевников һәм Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

- Дим районы – тимер юлсылар районы. Һәр саҡ шулай булды. Бында үҙҙәренең хеҙмәт юлын тимер юл тармағына бағышлаған ғаиләләр йәшәй. Һәммәгеҙҙе лә һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым, - тип билдәләне Антон Сергеевич.

Сара эстрада артистары һәм баш ҡаланың ижади коллективтары ҡатнашлығындағы байрам концерты менән аралашып дауам итте. Бер нисә майҙансыҡта спорт ярыштары – скейтбординг, штанга күтәреү, гер спорты һәм "Алға" клубынан дартс, өҫтәл теннисы буйынса ярыштар, шулай уҡ шахмат-шашка турнирҙары, «Геккон» клубынан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Сараны ойоштороусы булып Дим районы хакимиәте булышлығында Куйбышев тимер юлы - «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы сығыш яһаны.

Шулай уҡ тимер юлсылар үҙҙәренең һөнәри байрамы уңайынан йүгереү буйынса “Маҡсатҡа өлгәшеп” ярышында ҡатнашты. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Йүгереүгә бөтәһе 1000 кеше йыйылды. 

Фотолар: ufacity.info

Тимер юлсылар байрам итте
Тимер юлсылар байрам итте
Тимер юлсылар байрам итте
Тимер юлсылар байрам итте
Тимер юлсылар байрам итте
Тимер юлсылар байрам итте
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас