Йәмғиәт
7 Август 2023, 14:40

Оҙаҡламай тәүге миллион тонна буласаҡ!

Кәңәшмәлә тағы ниндәй мөһим темалар ҡаралды? 

Оҙаҡламай тәүге миллион тонна буласаҡ!Оҙаҡламай тәүге миллион тонна буласаҡ!
Оҙаҡламай тәүге миллион тонна буласаҡ!

Башҡортостанда яңы йола барлыҡҡа килде. Бынан ары Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында билдәләнәсәк. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Үткән аҙнала байрам унда тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был дөрөҫ ҡарар булды.

– Десантниктар “Патриот” паркына үҙҙәренең ғаиләләре менән бергә барҙы. Дуҫтарса мөхит, ҡыҙыҡлы программа булдырылды. Хакимиәттән был байрамды киләһе йылда ла унда үткәреүҙе планлаштырыуҙы һорайым. Мин десантсылар менән һөйләштем, уларға барыһы ла бик оҡшаған. Байрам өсөн “Хәрби туғандашлыҡ” ойошмаһына, ветерандарға ҙур рәхмәт, – тине ул.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2 августа Радий Хәбиров Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндәге сарала ҡатнашҡайны. Етәксе былтыр уҡ был көндө “Патриот” паркында үткәрергә һәм бай байрам программаһын ойошторорға ҡушҡайны.

Кәңәшмәлә яңғыраған тағы бер яңылыҡ 11-13 августа Урал аръяғында үтәсәк II “Башҡорт аты” фестиваленә ҡағылды. Сара сиктәрендә Башҡортостан килеп сыҡҡан урындың исеменә хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды. “Башҡорт аты” тигән исем хәҙер тик республика биләмәһендә генә файҙаланыла ала. Башҡа бер ниндәй аттар ҙа былай тип атала алмаясаҡ”, – тине ул.

– Был артабанғы тоҡомсолоҡ эшенә, һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса генетика менән эшләйәсәк Башҡорт аты фәнни-тикшеренеү институтын булдырыуға этәргес бирә. Геномды тикшерәсәкбеҙ һәм артабан тикшереүҙәр үткәрә, башҡа тоҡомдар сығара алабыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов уңыш йыйыу барышы тураһында һөйләне. Ул хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре ужым һәм иртә яҙғы культураларҙы йыя башлаған.

– Башҡортостан аграрийҙары был аҙнала 304 мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культураларын урып йыйыуҙы тамамларға ниәтләй. Шуның менән бергә дөйөм майҙаны 1,464 миллион гектарҙан ашыу тәшкил иткән яҙғы һәм иген культураларын йыйыу башланды, – тине ул. – Бөгөнгә 18 процент иген һәм ҡуҙаҡлы культура урып йыйылған, 280 мең гектарҙа һуғылған. 700 мең тоннанан ашыуы келәттәргә һалынған. Әгәр барыһы ла һәйбәт барһа, был аҙнала уңыштың тәүге миллионы йыйылыр. Гектарынан 23,3 центнер уңыш алабыҙ.

Быйылғы уңышҡа бығаса булмаған һауа торошо ныҡ йоғонто яһаны, тип билдәләне ауыл хужалығы министры. Мәҫәлән, яҙғы культуралар араһында иртә йәйге ҡырауҙарҙан иң нығы борсаҡ менән арпа зыян күргән. Әле улар саҡ өлгөрөп килә, ә быға тиклем август башында йыйып алырға мөмкин ине.

Бер юлы мал аҙығы әҙерләү ҙә бара. Һәр шартлы мал башына 26 центнер мал аҙығы кәрәк, әле уның яртыһы тиерлек әҙерләнгән – 11 центнер.

“Тәүге тапҡыр сабып алыуыбыҙ уҙған йылдар менән сағыштырғанда 40 процентҡа аҙыраҡ булды, ләкин бөгөн республика буйлап үткән ямғырҙар беҙгә бесәнлектәргә икенсегә сығырға мөмкинлек бирә. Шуға күрә йыллыҡ мал аҙығы запасы әҙерләнәсәк”, – тине Илшат Фәзрахманов.

Фото: agroxxi.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас