Йәмғиәт
7 Август 2023, 14:20

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтәсәк

Сәфәр сиктәрендә рәсми осрашыуҙар буласаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе актуалләштерергә тейештәр. Бынан тыш, бизнес-миссия эше ойошторола.

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтәсәкСанкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтәсәк
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтәсәк

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2023 йылдың август аҙағында Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла тип иғлан итте.

– Мин был мәсьәләне ҡала губернаторы Александр Дмитриевич Беглов менән тикшерҙем. Төньяҡ баш ҡаланың идара итеү командаһы беҙҙе ҡунаҡҡа көтә. Төп саралар программаһын 26 авгусҡа планлаштырҙыҡ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Санкт-Петербург – бик ҡыҙыҡлы ҡала. Сәфәр сиктәрендә рәсми осрашыуҙар була. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе актуалләштерергә тейешбеҙ. Бынан тыш, бизнес-миссия эшен ойошторабыҙ. Унда ҙур юғары компетентлы сәнәғәт предприятиелары эшләй, һәм беҙгә улар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк.

Санкт-Петербург иҡтисад һәм ҡала инфраструктураһы үҫешенең яҡшы динамикаһын күрһәтә, тип билдәләне республика Башлығы.

– Парк сәнғәте – был ҡала өсөн ғәҙәти күренеш. Шул уҡ ваҡытта яңы йәмәғәт биләмәләре, мәҫәлән, “Яңы Голландия” паркы барлыҡҡа килә. Төҙөкләндереү буйынса бик ҡыҙыҡлы ҡарарҙар ҙа бар, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ республика йәрминкәһен һәм Башҡортостандағы иң яҡшы ижади коллективтарҙың сығыштарын үҙ эсенә алған ҙур мәҙәни программаны иғлан итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас