Йәмғиәт
8 Август 2023, 10:45

Билдәле эксперт менән осрашҡығыҙ килһә...

18 августа үтәсәк сараға килегеҙ.

Билдәле эксперт менән осрашҡығыҙ килһә...Билдәле эксперт менән осрашҡығыҙ килһә...
Билдәле эксперт менән осрашҡығыҙ килһә...

Быйыл “Журфест” фестивале Яҡтыкүл эргәһендәге “Юбилейный” шифаханаһы майҙанында үтәсәк. Бында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йыйыласаҡ.

Сарала билдәле эксперт Владимир Касютин сығыш яһаясаҡ. Ул күп китаптар авторы, “Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны” премияһы лауреаты, “Журналистика һәм медиабаҙар” журналының баш мөхәррире булараҡ халыҡ араһында танылыу яулаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл фестивалдең темаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы менән тап килә.

Фото: mgazeta.com

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас