

Элек-электән үҙенең тыуған ауылы өсөн йән атып торғандар булған. Улар ауылдарының киләсәге өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән. Бындай изге ғәмәлгә йәнтөйәк һәр ваҡыт мохтаж. Краснокама районында “Атайсал” проекты сиктәрендә күп эштәр башҡарыла. Район хакимиәте башлығы Алексей Горбачев был проектты тәүҙән үк иғтибар үҙәгендә тота. Порталда урынлашҡан проекттар һаны буйынса ла район алдынғылар иҫәбендә килә.
Юлсылар ҙа һоҡланып уҙа
Яңы Йәнйегет Татарстан сигенә яҡын ғына урынлашҡан һәм федераль трассанан үткән машиналар ағымы бында тынмай ҙа тиерлек. Халыҡ юлсылар һоҡланып уҙһын өсөн ауылдарын күркәмләүгә бар тырышлығын һала.
Ошо көндәрҙә генә ауылға ингән урында шишмә-ҡойо эшләп ҡуйғандар. Һыу сығанағы матур итеп буралған, буялған, эргәһенә эскәмйә менән өҫтәл дә эшләнгән, биләмә күркәм итеп уратып алынған. Был изге ниәтте Татарстанда йәшәгән ауылдаштары Рәмис Ғәлиев тәҡдим итә, сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала, ауылдаштары изге ниәтте дәррәү хуплап, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә.
Хәҙер ҡойо ауылға ингәндә әллә ҡайҙан күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Юлсылар йыш ҡына ошонда туҡтап, һыуһындарын ҡандырып , үҙҙәре менән һыу алып китә.
Шишмә буйында беҙҙе ошо ауыл мәҙәниәт йортонда Румия Ғәлиева етәкселегендә эшләп килгән “Йәшлек” вокаль ансамбле йыр-моң менән ҡаршы алды. Элегерәк коллективта оло йәштәгеләр күп булһа, хәҙер йәшерәктәр ҙә ҡушылған. Төп составта унлап кеше, ҡайһы саҡта улар 15-кә етә.
Апайҙарҙың барыһын да йәшәгән ауылдарын яратыуҙары берләштерә. Ғүмер буйы ситтә йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ерҙәренә ҡайтып, атай-әсәй нигеҙен һыуытмай донъя көтөүселәр ҙә байтаҡ. Йолаларҙы тергеҙеүҙә лә ансамблдең өлөшө ҙур. Орсоҡ, Миндек бәйләү, Сабата үреү кеүек байрамдар үткәрелгән. Спектаклдәр ҡуйыуға ла оҫтарып алғандар. Быйыл Мөнирә Сафинаның “Ике болот”пьесаһы буйынса матур тамаша әҙерләп, башҡа ауылдарға гастролгә сыҡҡандар. “Күршеләр беҙҙе көтөп тора”, – ти үҙешмәкәр артистар.
– Йәш саҡта ҡалала йәшәһәк тә, тыуған ауыл менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәне. Был ансамблгә күңеле йыр-моңға ғашиҡтар тупланған. Байрамдарҙы көтөп алабыҙ, – тип һөйләне Венера Мәғсүмова.
Ансамблгә йөрөгән Гөлүзә Ғариповға өсөн был ҡойо-шишмә айырыуса ҡәҙерле, сөнки ул уның атаһының исемен йөрөтә.
– Был ҡойо бер туған ағайымдың Әлмәттә йәшәгән улының башланғысы менән барлыҡҡа килде. Уның изге ниәтен ауыл хакимиәте, халыҡ та хупланы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошондай күркәм урын барлыҡҡа килде. Яңыраҡ Илештән туғандар килгәйне, улар ҙа шишмәгә һоҡланып ҡайтып китте, – тине башҡарылған эшкә ҡәнәғәтлек белдереп Гөлүзә Вәли ҡыҙы.
Ансамблгә йөрөгән гүзәл заттың йыр-бейеүгә генә оҫталығын түгел, ауылдың барлыҡ эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыуы тураһында белдек.
Хаҡлы ялға сыҡһалар ҙа гөрләтеп донъяһын да көткән, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашҡан ғаиләләре менән дә көслө Яңы Йәнйегет ауылы. Мәҫәлән, Марсельеза менән Ибраһим Камбаровтар йәштәргә өлгө булырҙай итеп йәшәй. Элек ҡалала ғүмер итһәләр, бөгөн ауылдың иң уңған ғаиләләренең береһе улар. Теплицаларында помидорҙарының әллә нисә сорты бешеп ултыра.
– Март айында уҡ үрсетмәгә помидор, борос һымаҡ йәшелсәләр сәсә башлайым. Шул ваҡыттан эш тынмай. Ҡыярҙарҙы июнь башында ашай башланыҡ, – тине егәрле хужабикә.
Яңы Йәнйегет халҡының тағы ла бер изге эшкә тотоноуын белдек. Быға тиклем мәсеттәре булмаһа, әле халыҡтың дәррәү башланғысы менән уны төҙөүгә керешкәндәр. Киләсәктә был ауылды йәмләп иман йорто ла балҡып ултырыр әле.
Мәсет ауылға ҡот өҫтәй
Иҫке Йәнйегет ауылында ла “Атайсал” проекты буйынса бик матур эш башҡарылған. Ауыл биләмәһе башлығы Ирина Ниғмәтова әйтеүенсә, бындағы халыҡ та был йәһәттән әүҙемлек күрһәтә.
–Ике йыл элек ауыл халҡы үҙенең башланғысы менән шишмә төҙөкләндереп ҡуйҙы, былтыр мәктәптәренең 100 йыллығы уңайынан аҡса йыйып, яңы ҡапҡалар ҡуйҙырҙылар. Ауылда барлыҡҡа килгән күркәм мәсеткә лә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Бындай мәсетте бөтә ерҙә лә күрмәҫһең. Ошо ауылдан сыҡҡан Сәғирйән Шәйхразиев бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, ауылдаштарына матур бүләк эшләне, – тине етәксе.
Иҫке Йәнйегет ауылы старостаһы Фәүис Рәхмәтуллин менән күрешеү форсаты ла тейҙе. Бағыусылыҡ ярҙамын Сәғирйән Шәйхразиев күрһәтһә лә, документтар әҙерләү, ойоштороу, төҙөлөш эштәрен башынан алып аҙағынаса Фәүис Фәйез улы алып бара.
– Үҙем ошо ауылдыҡы, бынан 40 йыл элек күсенеп ҡайттыҡ. Ауылыбыҙҙа мәктәп, ФАП, клуб, магазиндар эшләп килә. Бына хәҙер мәсет барлыҡҡа килде. Халыҡ йөрөй. Ауылыбыҙ юл өҫтөндә ултырғас, күрше Татарстандан да ҡунаҡтар инә, юлсылар беҙҙә туҡталып намаҙ уҡып китә. Никах уҡытыу, балаға исем ҡуштырыу, дини байрамдар ҙа үтеп тора. Шуныһы үкенес, элек ауылыбыҙҙа йәштәр күп булды, тормош гөрләп торҙо, хәҙер ауыл яйлап олоғая. Теләгем – Иҫке Йәнйегеттә тормош һүрелмәһен ине, – тине ауыл старостаһы.
Хәстәрле ауылдарҙың киләсәге өмөтлө
Һигеҙ йыл дауамында Яңы Йәнйегет ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән Ирина Александровнанан уның ҡармағындағы башҡа ауылдарҙың үҫеше тураһында ла һөйләштек. Яңы Йәнйегет ауыл биләмәһенә алты ауыл ҡарай, улар – Яңы Йәнйегет, Иҫке Йәнйегет, Баҫҡытау, Иҫке Мошто, Уртауыл, Яңауал, унда 1600-ҙән ашыу кеше йәшәй.
– Һәр ауылдың үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, Иҫке Йәнйегет – 500-ҙән ашыу кешеһе булған боронғо ауылдарҙың береһе. Ауылдарыбыҙ матур, ләкин олоғаялар. Үкенескә ҡаршы, йәштәр Өфө, Ҡазан, Нефтекама кеүек ҙурыраҡ ҡалаларға тартыла. Ләкин улар ситкә китһә лә, тыуған яҡтарын онотмайҙар. Байрамдарға, сараларға йыш ҡайталар. Ағиҙел йылғаһы буйында ғына урынлашҡан Иҫке Йәнйегет һәм Баҫҡытау тәбиғәте менән бик матур. Ауылдарҙа мәктәп, клуб, ФАП-тар эшләй, кадрҙар менән ауырлыҡ юҡ. Шарттарға килгәндә, алты ауылдың бишәүһенә газ үткән. Үҙәкләштерелгән һыу үткәргес булмаһа ла, һәр кемдең ихатаһында бер генә түгел, хатта өс ҡоҙоҡ бар. Баҡса ҡарап, мал аҫрап донъя көтә халыҡ.
Ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә беҙгә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙам итә. Был программа 2016 йылдан эшләп килә һәм йыл һайын унда ҡатнашабыҙ, һәр йыл еңеп сығабыҙ. Уның ярҙамында Яңы Йәнйегеттә юлдарға ҡом-таш һалынды, мәҙәниәт йортонда ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр алмаштырылды, Иҫке Йәнйегеттә мәктәптә яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылды, Иҫке Мошто мәктәбендә лә тәҙрә-ишектәрҙе яңырттыҡ һәм башҡа эштәр башҡарылды Быйылға маҡсатыбыҙ – Иҫке Мошто ауылында зыяратты ҡоймалау, –тине хакимиәт башлығы.
Берҙәм Рәсәй партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ла даими төҙөкләндереү хәстәре күрелә. Урам яҡтыртҡыстарын ҡуйыу, ҡоймаларҙы алмаштырыу, балаларға уйын майҙансыҡтары ҡороу ауылдарға яңы биҙәк өҫтәй.
Йәнтөйәген яратҡан, уны күтәргән халҡы булғанда, ауылда тормош бер ҡасан да һүрелмәҫ.
Краснокама районы.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА