Йәмғиәт
9 Август 2023, 06:30

Башҡортостан белгестәрҙе көтә

Радий Хәбиров республиканан ситтә уҡыған студенттар менән осрашты.

Башҡортостан белгестәрҙе көтәБашҡортостан белгестәрҙе көтә
Башҡортостан белгестәрҙе көтә

8 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” паркында булды. Шишмә районында урынлашҡан парк Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Бында Радий Хәбиров Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Пермь һәм башҡа ҡалаларҙа уҡыған 100-гә яҡын студент менән осрашты.

Төбәк етәксеһе буласаҡ белгестәр менән аралашты, уларҙың артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге буйынса уй-фекерҙәре тураһында фекер алышты.

– Һеҙ илебеҙҙең алдынғы уҡыу йорттарында белем алаһығыҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн шатбыҙ. Шулай уҡ уҡыуҙан һуң тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Күп кенә ойошмалар юғары квалификациялы белгестәргә мохтаж, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе республика үҫешенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне һәм студенттарҙы 2024 йылда билдәләнәсәк Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы.

Студенттар Башҡортостан Башлығына социаль селтәрҙәрҙә күберәк башҡорт телендә яҙмалар һалырға тәҡдим итте. Бауман исемендәге МДТУ студенты Руслан Әмиров Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һорауы менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына Башҡортостандан ситтә уҡыған студенттар практика үтә алырлыҡ предприятиелар һәм ойошмалар реестрын булдырырға ҡушты.

Радий Хәбиров төбәктә ҙур медицина учреждениелары төҙөлөүе хаҡында ла һөйләне. Мәҫәлән, 2024 йылда Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусын асыу планлаштырыла. Тағы бер объект – Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы ҙур поликлиникалар барлыҡҡа киләсәк.

– Буласаҡ табиптар өсөн беҙ уңайлы эш шарттары һәм фәнни эшмәкәрлек булдырабыҙ. “Ауыл табибы“ һәм “Ауыл фельдшеры” грант программалары бар. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң һеҙҙе эшкә алырға әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы студенттарға ихлас әңгәмә һәм тыуған республикаһына битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас