

19 августа Һауа флоты көнө, Башҡортостан авиацияһының 90 йыллығы һәм ДОСААФ-тың Өфө аэроклубының 90 йыллығы хөрмәтенә "Забельский" аэродромы биләмәһендә авиация байрамы үткәрелә.
Тамашасыларҙы «Йәдкәр», «Мотор төҙөүсе» мәҙәниәт һарайҙары коллективтарының һәм Ф. Үтәшев исемендәге үҫмерҙәр клубының сығышы көтә. Бында килеүселәрҙе ретро-техника күргәҙмәһе лә ҡыуандырасаҡ. Әммә иң сағыу тамаша, әлбиттә, «Первушино» комплексы пилотаж төркөмөнөң һәм парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары буласаҡ.
Салауат Фазлетдинов фотоһы.