Йәмғиәт
10 Август 2023, 05:45

Яҡтыкүлдә фажиғәле хәл

34 йәшлек иргә нимә булған һуң?

Яҡтыкүлдә фажиғәле хәлЯҡтыкүлдә фажиғәле хәл
Яҡтыкүлдә фажиғәле хәл

Яҡтыкүлдә диджей Александр Нурмөхәмәтов вафат булған, тип хәбәр итә Башкирия Online яңылыҡтар порталы. Уға ни бары 34 йәш ине.

Яҡындары әйтеүенсә, Александр фестивалдә ҡатнашҡан, һуңыраҡ көндөҙгө сарала ла булған. Ә кискеһен инде дуҫтары менән Яҡтыкүлдәге «Металлург- Магнитогорск» ял базаһына юлланғандар. Иң һуңғы тапҡыр телефондан дуҫлашҡан ҡыҙына шылтыратып һөйләшкән, йоҡоһо туймауы, арыу-талсығыуға зарланған. Артабан инде Александрҙы берәү ҙә күрмәгән...

Әле «Стархит» хәбәр итеүенсә, судмедэкспертиза билдәләнгән, диджейҙың ни сәбәптән мәрхүм булыуы асыҡлана.

Фото Башкирия Online.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас