Йәмғиәт
11 Август 2023, 06:36

Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла...

“Бында һинеке-минеке юҡ, барыһы ла уртаҡ...”

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Башҡортостан ере күпме ирҙе батыр, ғәййәр ир иткән, Тыуған илде һаҡлауҙың, ҡурсалауҙың һәм һөйөүҙең иман булыуын бала саҡтан ҡаныбыҙға һеңдергән. Һәр заман үҙ батырҙарын, шиғриәтен тыуҙыра, йыр-моңо ла башҡаса яңғырауы ихтимал, әммә Ватан намыҫын һаҡлауҙың элеккесә мөҡәддәс бурыс булып ҡалыуы бәхәсһеҙ. Милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ күңелендә ҙур урын алған бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, рухи ҡаһарманлыҡ символы булған Салауаттың шиғриәте бөгөн дә заманса яңғырашлы, бөгөн дә ир-егеттәребеҙ өсөн Ватанды һөйөү өлгөһө булыуы ғәжәп тойола. Эйе, быуындар алмашынһа ла, беҙҙә батырҙар нәҫеле, тыуған ерен һаҡлау өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер илһөйәрҙәр кәмемәгән әле. Шағирҙың һүҙҙәре хаҡ: “Мин киткәнгә ҡайғырмағыҙ, батыр ирҙәр тыуыр тағы ла...”

 

“Алғы һыҙыҡ мине магниттай тарта...”

 

Көндәлек тормошта башҡалар­ҙан бер яғы менән айырылмаған, ҡәҙимгесә эшкә йөрөгән, иген иккән, донъя көткән, белем алған, балалар тәрбиәләгән ир-егеттәребеҙ бөгөн алғы һыҙыҡта батырлыҡ, ныҡышма­лылыҡ өлгөһө күрһәтә. Ҡайҙан уларҙа бындай тәүәккәллек?

Илеш районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, кемеһелер яраланып, ҡайһыһылыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ир-егеттәр менән әңгәмәләшеү ваҡытында ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.

Камил Мирсәғит улы Мостафин 2022 йылдың апреленән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Ике ай “Барс” отрядында хеҙмәт итеп, июнь айында Үрге Йәркәйгә ҡайта. Икенсе контрактты Миң­леғәле Шайморатов батальоны менән төҙөй. Яраланғандан һуң Луганск, Владикавказ госпитал­дәрендә дауалана, әле ғаиләһе эргәһендә.

Ефрейтор, Генерал Миңлеғәле Шайморатов орденына лайыҡ яҡта­шыбыҙ, 56 йәштә булыуына ҡара­маҫ­тан, бөгөн нәҡ үҙенең алғы һы­ҙыҡта ҡалырға тейешлеген, хәрби тәж­рибәһен йәштәр менән уртаҡла­шырға бурыслы икәнлеген дәлилләй.

– Мин, Афғанстанда хеҙмәт иткән яугир булараҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашып файҙа килтерә алыуыма ышанам. Сик буйы ғәскәр­ҙәрендә хеҙмәт итеү күп нәмәгә – таһыллыҡҡа, дисциплинаға, ҡорал менән эш итеү серҙәренә өйрәтте. “Барс” отрядында отделение командиры, ә Миңлеғәле Шайморатов батальонында хәрби пехота маши­наһы наводчигы булып хеҙмәт иттем. Апрель аҙағында тыуған яҡҡа ҡайтһам да, тыныслана алмайым, бергә хеҙмәт иткән егет­тәрҙе һағынам, улар эргәһендә булғым килә. Төнөн айырыуса ауыр, йоҡлай алмай ыҙаланам, хеҙмәттәш­тәрем өсөн борсолам, алғы һыҙыҡ мине магниттай үҙенә тартып тик тора...

Миңә яҡташтарым, бергәләп аҡса йыйып, тепловизор алып биргәйне. Төнгө ҡараңғыла сит кешенең бар­лығын билдәләп, һигеҙ тапҡырға ҙурайтып күрһәтә торған приборҙың ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Хәрби зонанан киткәнемдә уны Теләпән ауылынан гранатометсы егеткә биреп ҡалдырҙым. Унда һинеке-минеке юҡ, барыһы ла уртаҡ. Ризыҡ менән дә, патрон менән дә бүлешә­һең. Ҡайһы саҡта һөжүмгә бер тәүлеккә китергә, бер телем икмәкте уртаҡлашып тамаҡ ялғарға тура килә. Хәрби зонала әсеһен-сөсөһөн бергәләп татыған хеҙмәттәштәр ҡайһы бер туғандарҙан яҡыныраҡҡа әүерелә ул, – ти Камил Мирсәғит улы.  

Яу яланы ауыр юғалтыуҙары, көтөлмәгән хәбәрҙәре, хатта мөғжи­зә­ләре менән хәтерҙә уңалмаҫлыҡ яралар ҡалдыра. “Яҡташыбыҙ Камил Мостафин һәләк булған!” тигән хәбәр, сарафан радиоһы аша ра­йонда бик тиҙ таралып, яҡындарын ҡара ҡайғыға һала. Ауылда “йүкә телефоны”ның шәп эшләгәнен яҡшы беләбеҙ, бәхеткә күрә, хәбәрҙең дөрөҫ булмауы тиҙ асыҡлана. Күп тә үтмәй, яугирҙең “хәбәрһеҙ юғалы­уы” хаҡында һүҙ ҡуйыра. Бына шундай тетрәнеүҙәрҙе лә үткәрергә тура килә яугирҙең ғаиләһенә. Әйткәндәй, Камил Мостафиндың өс улы буй еткергән, икәүһе армия хеҙмәтендә булған, береһе – студент.

 

Бергә хеҙмәт итеү еңел дә, ауыр ҙа...

 

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Ренат Халиҡов махсус хәрби билә­мәлә “КамАЗ” машинаһын йөрөтә, пушкалар, снарядтар һәм кешеләрҙе ташый. “Хәрби хеҙмәт тәүлек әйлә­нәһенә бара, серем итеп алаһың да йәнә рулгә ултыраһың, – ти ул. – Эсәр һыу – ҙур проблема, уныһы менән дә халыҡты тәьмин итергә кәрәк”. Егет ваҡытының бик наҡыҫ булыуын, ҡыҫҡа ғына ял осоронда байтаҡ эш башҡарырға ниәтләнеүен әйтеп, хушлашырға ашыҡты. Ре­натҡа хәйерле юл, уңышлы хеҙмәт насип итеүен теләнек. Райондың хәрбиҙәргә ярҙам итеүсе оператив штаб начальнигы Илдар Хөснуллин хәрби егетте оҙатҡанда маскировкалау селтәре, инструменттар менән тәьмин итәсәген белдерҙе.

Яңы таныштарыбыҙҙың береһе рядовой Алмас Зөләф улы Маннанов 2022 йылдың авгусында доброволец булып хәрби биләмәгә китә. 1994 – 1996 йылдарҙа армия хеҙ­мәтендә сынығыу алған. Ғаиләле, өс ҡыҙ үҫтерәләр. “Мин махсус хәрби операцияға йүнәлеү ниәтемде Биш­ҡурайҙа йәшәгән атай-әсәйемә лә, ҡатыныма ла, ҡыҙҙарыма ла әйтеп тормайынса, аҙаҡтан ғына хәбәр итергә булдым. Йәнәһе, алдан бор­солмаһындар, һуңыраҡ белһәләр, яҡшыраҡ булыр.  

Тоцкиҙа хәрби әҙерлек үткәс, шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа эләктек. Бер ваҡыт хәрби пехота машина­һында һигеҙ кеше барғаныбыҙҙа ут аҫтында ҡалдыҡ. Биш кеше яраланды. Учалы егете Фәнилдең терминатор кеүек ҡап-ҡара төтөн эсенән килеп сығыуы әле лә күҙ алдынан китмәй. Ғәжәп, егеттең бер ере лә йәрәхәтләнмәгән, шул көйө! Мәс­кәүҙәге госпиталдә дауаланғандан һуң, мине аҙаҡ Сергиев-Посад ҡалаһын­дағы  шифа­ханаға ебәр­ҙеләр. Әле “больничный”ҙамын. Камил Мирсәғит улы менән бер ротала, бер взводта хеҙмәт иттек. Бер яҡтан, райондаштар менән бергә ярҙамлашып, хәбәрҙәрҙе уртаҡла­шып, республи­кабыҙҙы, тыуған яғыбыҙҙы һағынып, әңгәмәләр ҡороп йәшәү күңелле лә кеүек, икенсе яҡтан, яҡташтарыбыҙҙы юғалтыуға күнегеп булмай, был ҡайғыны кисереү бик ауыр”, – ти яугир.

 

Хәрби әҙерлек бик мөһим

 

Райондың хәрбиҙәргә ярҙам итеү буйынса оператив штаб етәксеһе Илдар Йәүҙәт улы Хөснуллин әй­теүенсә, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғансы хәрби йыйындар йыш үткәрелгән. Иҡтисади көрсөк баш­ланғас, был хаҡта уйланған кеше лә булмаған, Башҡортостанда һуңғы сборҙар 1989 йылда ойошторол­ған. – Ир-ат, ҡулдарына ҡорал тотоп, һәр саҡ Ватан һағына баҫырға әҙер торорға тейеш. Бер ни тиклем тынлыҡтан һуң илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә мобилизация йыйындары үтә башлауы маҡсатҡа ярашлы булды. Мин үҙем “Алкин-2” хәрби ҡаласығында бер нисә тапҡыр әҙерлек үттем. Бында палаткалар, “буржуйка”лар, медпункт, ашхана һәм башҡа кәрәкле объекттар бар ине. Ике аҙналыҡ сборҙар ваҡы­тында барлыҡ состав үҙенең профессиональ хеҙмәтен иҫенә төшөр­ҙө, саперҙар, мина менән эш итеүсе белгестәр, сылбырлы һәм тәгәр­мәсле техника водителдәре, механиктар ғәмәли күнегеүҙәр үтте. Саперҙар мина ҡуйыу, шартлатыу һәм зарарһыҙландырыу буйынса күнекмәләрҙе нығытты.

Өйрәтеүсе офицерҙар ҙа етерлек булды: Афғанстан, Чечен Рес­публикаһында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан офицерҙар, Абхазия һәм Грузиялағы хәрби хәрәкәт яугирҙәре етерлек ине, – тип Илдар Йәүҙәт улы запастағыларҙы ла өйрәтеп алыу кәрәклеген билдәләне.

Үҙе Тымыҡ океан флотында штурман электриктары бүлегендә командир булып хеҙмәт иткән, званиеһы буйынса 3-сө ранг капитаны. Уның фекеренсә, хәрби йыйындар белгес­тәрҙең квали­фика­цияһын камиллаштырыу менән бергә илһөйәрлек тәрбиәһен, запастағы хәрбиҙәрҙең профессиональ әҙерлеген күтәреүгә булыша. Ҡырҡ йыллыҡ стажы бул­ған педагог, тренер, физкультура уҡытыусыһы Башҡортостан Диңгеҙ йыйылышы­ның Илеш филиалы етәксеһе лә булып тора. Ул уҡыу­сыларына хәрби әҙерлек буйынса биргән күнекмәлә­ренән ҡәнәғәт. Һигеҙ уҡыусыһы, Афғанстанда хеҙмәт итеп, иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан, бер уҡыу­сыһы бөгөн махсус хәрби операцияла.

– Быйыл март айынан оператив штабҡа етәкселек итәм. Эште иң тәүҙә гуманитар йөк йыйыуҙан башланыҡ. Рюкзак, эске кейем-һалым, термос, йылы итек, ойоҡбаш, футболка, санитария-гигиена саралары – барыһы ла кәрәк. Дүрт миллион һумға яҡын аҡса тупланды. Һәр һалдатҡа атап, 155 йәшникте аҙыҡ-түлек менән тултырҙыҡ. Илеш­тәр, һәр ваҡыттағыса, берҙәмлек күрһәтте. Ике гуманитар йөктө Донецкиға һәм Херсонға оҙаттыҡ. Машиналарға өс генератор, бензин менән эшләгән һигеҙ бысҡы, кер йыуыу машинаһы, егеттәрҙең һо­рауҙары буйынса канаттар, көрәк-балта, үткәргестәр тейәлде. Хәрби­ҙәргә ярҙам итеүҙә йәнен бирерҙәй булып эшләгән кешеләр булыуына һоҡланам. Шуларҙың береһе – ра­йон хакимиәте вәкиле Денис Шәм­сиев. Ысын офицер! “Ғаилә хеҙмәте” ҡыҙҙарына рәхмәтемде белдергем килә. Штаб ағзаһы Татьяна Васильева, ҡасан саҡырһаң да, береһенән-береһе егәрлерәк һигеҙ ҡыҙын эйәртеп, ярҙамға килеп етә. Эш­ҡыуар Рәсүл Ялалов – беҙҙең ышаныслы “уң ҡулыбыҙ”, ауыр саҡта гел уға мөрәжәғәт итәбеҙ.

Яңыраҡ Һамарҙағы егеттәребеҙгә гуманитар йөк илтеп ҡайттыҡ. Улар­ҙың теләктәрен үтәп, төрлө эш ҡо­ралдары, плащ-накидкалар алып барҙыҡ. Бик ҡәнәғәт ҡалдылар, кәйефтәре күтәренке, казармалары тулы тәртиптә. Тыуған яҡтың йылы­һын, яҡташтарының иғтибарын тойоу уларға көс бирә, үҙҙәренә ышанысты арттыра, – ти Илдар Йәүҙәт улы.

Тыуған тупраҡтың тылсымлы көсө барыбыҙға терәк, киләһе йәш быуынға тыныслыҡ сәңгелдәге булһын өсөн йәшәй һәм хеҙмәт итә егеттәребеҙ.

- Динә АРЫҪЛАНОВА
     Илеш районы

Читайте нас