Йәмғиәт
11 Август 2023, 06:02

Әбйәлилдәр матурлыҡҡа ынтыла

Ихаталар һәр йәй сәскәләргә күмелә.

Автор фотоһы.  Зөлхиә Исхаҡова үҙе үҫтергән сәскәләре янында.Автор фотоһы.  Зөлхиә Исхаҡова үҙе үҫтергән сәскәләре янында.
Зөлхиә Исхаҡова үҙе үҫтергән сәскәләре янында.Фото: Автор фотоһы.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булған Зөлхиә Исхаҡованы әбйәлилдәр оҙаҡ йылдар райондың йөҙөк ҡашы булған “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбленең алмаштырғыһыҙ етәксеһе булараҡ яҡшы белә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, уңған ҡатын алтын ҡуллы оҫтаға әйләнә. Бөгөн ул бәйләгән сумкалар, төрлө кейем, ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо биҙәүес әйберҙәре, селтәр, ҡашмау, хәситә, балалар өсөн юбка-итәктәр, күлдәктәр, ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнгән кардиган, кофта, пальто, кәпәс-шарфтар, сәйнүктәр өсөн япмалар, төрлө паннолар – барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ ысын сәнғәт өлгөләре, баҡсаһындағы сәскәләр иһә – матурлыҡтың сағыу биҙәге.

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Баҡсаһындағы илаһи матурлыҡты күреп, түтәлдәрҙәге тәгәрәп ятҡан емеш-еләкте, йәшелсәне ҡарап, бында шәп баҡсасы йәшәйҙер, тигән уйға ла килергә мөмкин. Әммә хужабикәне яҡындан белгәнгә күрә, уның уңғанлығына хайран ҡалаһың!

– Мәҙәниәттә эшләгән кеше булараҡ, һәр саҡ ваҡыт етмәне. Ял һәм байрам көндәрендә төрлө саралар үтер ине, ғаиләгә лә, баҡсаға ла иғтибар етмәгәндер инде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күптән хыялланып йөрөгән шөғөл­дәремә, шул иҫәптән сәскәләр үҫтерергә лә ныҡлап тотондом. Бөгөн сәскәләр йәшәү рәүешемә әйләнде, тиһәм дә була. Тәҙрә төптәрендәге гөл­дәрем шау сәскәләргә күмелеп ултырмаһа, баҡсалағылары сәскә атып ҡыуандырмаһа, тормошомдоң бер яғы китек булыр ине. Һәр иртәм ошо гөллә­мәләрҙән башлана, ғүмерем дә нәҡ сәскәләр кеүек матур һәм сағыу. Иремдең дә баҡса эшен яратыуы, минең менән бергә иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем ерҙә соҡоно­уы оҡшай. Ул күберәк ағастарға иғтибар итә, мин сәскә менән булышырға яратам. Иртә яҙҙан тюльпандар үҙҙәренең матур­лығы менән ҡыуандыра, ҡар яуғанса петуния, хоста, төрлө төҫтәге астралар баҡсабыҙҙы йәмләп ултыра. Быйыл яҙ иртә килгәс, уларҙың күбеһе бик иртә сәскә атып, ҡойолоп та өлгөрҙө. Әле баҡса емештәрен йыйып, төрлө һут, ҡайнатмалар әҙерләү менән мәж киләбеҙ, – ти Зөлхиә Рәшит ҡыҙы.

Быйылғы уңыш былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ та, мулыраҡ та булыр, ти әңгәмәсем. Ни тиһәң дә, шифалы ямғырҙар нисәмә йыл дым күрмәгән ергә ярап ҡалды. Тик ҡояш нурҙарын  йәлләмәһә генә инде...

Ихатаһы – мөғжизәле утрау

 

Ҡырҙас ауылында йәшәгән Фәриҙә Сәлимйәнованы ла беҙҙең гәзит уҡыусылар яҡшы белә. Уның ҡул эштәре менән әленән-әле гәзит сайтында таныштырып барабыҙ. Ул – 40 йылға яҡын фельдшер-акушер­лыҡ пунктында акушерка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны.

Ҡыш оҫтаның ҡул эштәре менән танышырға барғанда, мотлаҡ йәй килегеҙ, минең баҡсамды күрерһегеҙ, тигәс, юл төшкәндә күптәнге таныш йорттоң ишеген асып индек тә хайран ҡалдыҡ. Әйтерһең дә, шау сәскәләргә күмелгән, түтәлдәрендә бер бөртөк ҡый үләне лә булмаған, тирә-яҡҡа илаһи нурҙар таратҡан, тәмле еҫтәр аңҡытҡан мөғжизәле бер утрауға килеп сыҡтыҡмы ни?! Ниндәй генә сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсә һәм ағастар юҡ бында!

Алма, алыча, ҡарағаттың өс сорты, крыжовник, ҡурай еләге, айыу баланы, ирга, терн, күк һәм ҡыҙыл көртмәле, жимолость, йошта, виноград, ете төрлө пион, магнолия, тюльпан, крокус, рауза, лилиә, гладиолус, хоста, йәсмин, георгиндарҙың ниндәй генә төрө юҡ! Ҡыяр һәм помидорҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел! Ә ҡарбуз, ҡауын, әсе һәм татлы боростар һәм башҡа емеш-еләк, йәшел­сәнең иҫәбе-һаны юҡ!

Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы тормош иптәше Айҙар Мазһар улы менән Башҡортостан юлдаш телека­налының “Бай баҡса” тапшырыуы геройҙары ла булған. Айҙар Мазһар улы ҡатынына бар яҡлап ярҙам итә. Түтәлдәр эшләү, картуф баҡсаһын сәсеүгә әҙерләү (картуфтың ғына биш төрлө сортын сәсәләр), яҙҙан алып көндәр йылынғанса түтәлдәрҙе ябыу, һыу ҡойоу кеүек эштәр күберәк уның иңенә төшә. Быйыл уңған баҡсасылар нут борсағын да сәскән, уныһы ялбырлап сығып та өлгөргән.

Йәйҙең бер көнөн дә юҡҡа сарыф итмәгән Фәриҙә ханым әле баҡса емештәренән төрлө ҡайнатма, һуттар әҙерләй, ҡышҡылыҡҡа йәшел үләндәрҙе (укроп, һуған, петрушка) турап, һыуытҡысҡа теҙә бара. Йәй көнө ҡулы ҡыбырлағандың ҡышын ауыҙы шапылдай, тигәндәй, ҡышҡылыҡҡа әллә күпме ҡыяр-помидорын тоҙлап, ашҡабаҡ, кишер, сөгөлдөрҙәрен турап, төрлө турама, салаттар әҙерләй, хатта баҙында урын да булмай, ти.

Бына шулай ихаталары сәс­кәле лә, еләкле лә тырыш, уңған ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй Әбйәлил тарафтарында. Матурлыҡҡа ынтылған был ханымдарҙың бар эше лә уң, ҡулдары ла алтын.

Кәримә Усманова

Айҙар Мазһар улы: “Быйыл йоштаның емеше уңған!”
Фәриҙә Сәлимйәнованың түтәлдәренән күҙҙәр ҡамаша.
Айҙар Мазһар улы: “Быйыл йоштаның емеше уңған!”
Читайте нас