Йәмғиәт
11 Август 2023, 08:18

Тыуған көнөң менән, гүзәл ҡалам!

Өсөнсө йыл рәттән еңеүсе.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Республика ҡалалары араһында Мәләүез төҙөклөгө, матурлығы, ундағы йәшәгән халыҡтың ихласлығы, ҡунаҡсыллығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ошо көндәрҙә Мәләүезгә ҡала статусы бирелеүгә 65 йыл тулыу айҡанлы байрам сараһы булды. Тантана ҡаланың иҫтәлекле урындарына, яугирҙәрҙең һәйкәлдәренә сәскә һалыу, уларҙың ҡаһарманлығын хәтергә алыу менән башланды.

 

Сәскәләр нур сәсә

 

Сараның төп өлөшө ҡаланың үҙәк майҙанында дауам итте. Һәр предприятие, сауҙа, мәғариф учреждениелары әҙерләгән сәскәләр күргәҙмәһе майҙандың күп өлөшөн биләне. Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайының күргәҙмәһе бик бай: улар кейендергән ҡурсаҡтар, тәрбиәләнеүселәр ҙә, педагогтары ла милли кейемдә. “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” коллективы­ның күргәҙмәһе үҙенсәлеге менән айырылып тора. Улар күбеһенсә тере гөлдәр сығарған, баҡса, ялан, ҡалала үҫкәндәренең төрлөлөгө буйынса иҫәбе 50-нән ашып киткән, һәр композицияға тапҡыр атама бирелгән. Рауза, гортензия, флокс сәскәләренән букеттар хисһеҙҙәрҙе лә хисләндереп, үҙенә йәлеп итеп тора. Балалар һәм өлкәндәр өсөн фотозона ҡуйылған. Административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы Татьяна Торопчина әйтеүенсә, предприятиела һәр бина алдында түтәлдәр үҫтерелә, үҙ-ара конкурс­тар үткәрелә.

Ҡунаҡтар, ҡала етәкселеге үҙәк майҙандағы ҡул эштәрен, сәскәләр күргәҙмәһен баһалағас, сараның тантаналы өлөшө башланды.

 

Ҡаланың иң ҙур байлығы – кешеләр

 

“Мәләүез – иҡтисади яҡтан үҫешкән ҡалаларҙың береһе. Һуңғы осорҙа уның тышҡы йөҙө айырыуса йәмләнде, төҙөкләндерелде, күр­кәм­ләнде”, – тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, тантаналы сараны асып, һәм ат­ҡарылған эштәргә иғтибарҙы йү­нәлтте. “Ҡаланы йәшәү өсөн уңай­лы, матур итеү буйынса ҙур эш башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа мәләүездәр федераль, республика программаларында әүҙем ҡатнаша. Беҙ өсөнсө йыл дауамында бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса федераль конкурста еңеп сығабыҙ. Шуның һөҙөмтәһе булып үҙәк май­ҙан, Дан, Гагарин исемендәге парк, скверҙар төҙөкләндерелде. Яр бу­йында халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙы­рылды. Хәҙер был биләмә мәлә­үездәрҙең яратҡан урынына әүерел­де. Башҡа программалар ҙа уңыш­лы ғәмәлгә ашырыла. Үҙәк баҙар янында Мәләүез йылғаһы ярында өлкәндәр һәм балалар өсөн ял, уйын зоналары булдырыласаҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡат­нашҡандар араһында мәләүездәр ҙә бар. Уларҙың ҡаһарманлығы, ҡыйыу батырҙар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәр алдында баш эйәм”, – тине ул һәм ҡала халҡына ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне. Артабан ҡорал тотоп азатлыҡ өсөн көрәшкән ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам индергәне өсөн “Мәләүез һөт-консерва комбинаты”ның генераль директоры Лариса Малахованы “Командарм” халыҡ-ара йәмәғәт фондының миҙалы менән бүләк­ләне. Шулай уҡ ҡала үҫешенә тос өлөш индергән, юғары һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн алдынғылар бүләк­ләнде. Артабан ҡала етәкселеге, ҡунаҡтар мәләүездәрҙе ҡаланың юбилейы менән тәбрикләп, ялҡын­лы телмәр тотто, ҡаланың хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары тапшырылды. Сара ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең һоҡланғыс сығыштары менән үрелеп барҙы.

Ярыш булғас, еңеүселәре лә билдәләнде

 

Сәскәләр донъяға башҡа күҙлек­тән ҡарарға, кәйефте күтәрергә яр­ҙам итә. Улар күңелдәрҙә шатлыҡ хисе уятырға һәләтле. Сәнәғәт предприятиелары араһында уҙға­рылған сәскәләр конкурсында инде нисә йыл “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” беренселекте ҡулдан ысҡындырмай. Учреждениелар араһында мәҙәниәт һарайы, үҙәк баҙар, 3-сө гимназия беренсе урынды яуланы. Туҡай урамы, 25 адресындағы шәхси йортон Любовь Разномасова, күп ҡатлы йорт алды майҙансығын Людмила Баронина, Любовь Жукова, Анна Лядова гөл-сәскәгә күмгән! “Сәскә яратҡан кешенең күңеле матур була. Күңел­дәребеҙ ҙә гөлдәрҙәй саф, зәңгәр күгебеҙ аяҙ булһын”, – тип теләне ҡала хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов. Ул предприятие, сауҙа учреж­дениелары уңғанда­рына, шәхси йорт алдында сәскә түтәлдәре үҫ­тер­гән хужабикәләргә Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

- Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас