Йәмғиәт
11 Август 2023, 08:30

Ҡыҙы хас атаһы!

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев был фото эргәһенә нимә тип яҙған?

Ҡыҙы хас атаһы!Ҡыҙы хас атаһы!
Ҡыҙы хас атаһы!

Донъяла һоҡланғыс һәм ғорурланырлыҡ кешеләр була. Улар тормош һәм яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында ваҡланмай, киреһенсә, күптәр өсөн тормош өлгөһөнә әйләнә. Ошондай яҡташтарыбыҙҙың береһе – билдәле блогер Рөстәм Нәбиев. Ул һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә ынтыла. Ҡорған ғаиләһе лә уның һоҡланғыс.

Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ғәжәйеп йылылыҡ бөркөлөп торған фото ҡуйған һәм “Бәләкәсем менән” тигән һүҙҙәр яҙған. Үҙенең һәм бәләкәй ҡыҙсыҡтың йөҙҙәренән бәхет нурҙары балҡый! Шулай бәхеткә төрөнөп, һәммәбеҙҙе һоҡландырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын, Рөстәм! Ғаилә именлеге, ошолай балалар ҡыуаныс-шатлыҡтарын күреп, татып йәшәүеңде теләйбеҙ!

Дуҫтар, был фото бик һоҡланғыс бит, эйеме?

Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас