Йәмғиәт
11 Август 2023, 03:30

Йәйәүләп Түбәнге Новгородтан - Өфөгә

Уны был аҙымға нимә етәргән? Аҡсаһыҙлыҡмы, әллә сәйәхәт итеүгә теләкме. Юҡ. Сәбәбе күпкә етдиерәк шул...

Йәйәүләп Түбәнге Новгородтан -  ӨфөгәЙәйәүләп Түбәнге Новгородтан -  Өфөгә
Йәйәүләп Түбәнге Новгородтан - Өфөгә

 Игорь Кравцов исемле Мәскәү егете Түбәнге Новгородтан Өфөгә йәйәүләп килеп еткән, бер транспортҡа ла ултырмаған. 26 көндә йәмғеһе мең саҡрым юл үткән ул, тип хәбәр итә БашкирияOnline.

Игорь Кравцов - халыҡ-ара-юрист, буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнә. Әлеге ғәҙәти булмаған сәйәхәткә ул дуҫлашҡан ҡыҙы менән ташлашҡас сығып киткән икән. Аҙаҡ инде аяҡтар үҙенән-үҙе китте, туҡтатып та булманы, тип көлә ул. Һәм тағы ла, был тиклем араны бер транспорт сараһына ла ултырмайынса үткәнемә, үҙем дә һаман ышанып етә алмайым, ти Игорь.  Ысынлап та, ғәҙәти булмаған сәйәхәт.

Бына һиңә замана Ломоносовы!

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас