Йәмғиәт
12 Август 2023, 13:00

“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”

Бөгөн  II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында «Башҡорт аты» атамаһы менән файҙаланыу хоҡуғы буйынса Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт танытмаһын тапшырыу тантанаһы үтте. Бынан ары башҡорт аты – фәҡәт Башҡортостанда сығарылған һәм үҫешкән тоҡом!

“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”

Бөгөн, 12 августа,  II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында «Башҡорт аты» атамаһы менән файҙаланыу хоҡуғы буйынса Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт (Роспатент) танытмаһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Ведомство етәксеһе Юрий Зубов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа документ тапшырҙы. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт аты» атамаһын файҙаланыу хоҡуғына  «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге эйә булды.

- Был –  аттарҙың уникаль үҙенсәлектәрен раҫлау. Хәҙер «Башҡорт аты» брендын урындағы мал үрсетеүселәр һәм йылҡысылар ғына ҡуллана ала. Шулай итеп,  уларҙың аттарҙы һаҡлау, үрсетеү һәм популярлаштырыу өсөн һөҙөмтәле инструменттары барлыҡҡа киләсәк.

Бренд тирәләй туризмды үҫтереү, хоҡуҡты коммерциялаштырыу мөмкинлектәре лә буласаҡ. Был төбәктең танылыуын һәм ылыҡтырыу көсөн арттырыу нигеҙе булып тора. Хәҙер Башҡортостанда саф тоҡомло башҡорт аттарын сығара аласаҡтар. Был хоҡуҡ дәүләт тарафынан раҫланған һәм теркәлгән, - тип билдәләне Юрий Зубов.

Радий Хәбиров "Роспатент" етәкселегенә республика башланғыстарын хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн Башҡортостан тарихында ҙур ваҡиға. Беҙҙең аттарҙың тоҡомон юридик яҡтан яҡлау хоҡуғы алдыҡ. Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт реестрға «Башҡорт аты» тигән төшөнсәне индергән. Бынан ары башҡорт аты – фәҡәт Башҡортостанда сығарылған һәм үҫешкән тоҡом. Уникаль башҡорт брендтарын танытыуҙа һәм яҡлауҙа ярҙам иткәне өсөн Роспантент ойошмаһына ҙур рәхмәт.

Ғөмүмән, беҙҙең тоҡом бик популяр. Ул Көньяҡ Уралдың абориген аты. Әммә иң мөһиме - генофондты һаҡлау. Документ беҙгә башҡорт аты генофондын һаҡлау өҫтөндә артабан эшләргә мөмкинлек бирә. Киләһе аҙым - артабанғы үҫеш тураһында ойоштороу, хоҡуҡи ҡарарҙар ҡабул итеү. Бөгөн был темаға кәңәшмә үткәреләсәк. Беҙ башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтын булдырҙыҡ. Тимәк, беҙ юлдың башында ғына. Сараны былтыр үткәрә башланыҡ. Хәҙер иһә инфраструктураны, эксперттар даирәһен киңәйттек, сараға халыҡ-ара статус бирҙек. Быйыл фестивалгә тағы ла күберәк ҡунаҡтар килгәнен күрәбеҙ. Инфраструктураны үҫтереүгә артабан да ресурстар һалырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем,  - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Башҡорт аты республиканың һигеҙенсе рәсми төбәк брендына әүерелде. Быға тиклем «Асы», «Йоматау», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуҙары, «Мансур граниты», ҡурай милли ҡоралы,  Бөрйән солоҡ балы һәм башҡорт балы патент алғайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә лә халҡыбыҙҙың ғорурлығы һәм байлығы булған башҡорт атына ҡағылышлы пост ҡалдырған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар: 

“Башҡортостан башҡорт атына ҡағылышлы Роспатенттың танытмаһын алды. Был беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Тәүге сиратта документ башҡорт атының уникаль булыуын дәлиләй. Был тоҡом нәҡ беҙҙең биләмәлә, төрлө факторҙар - географик, климатик, кеше йоғонтоһо ярҙамында барлыҡҡа килгән. Тап ошолар уның сифаттарын - ышаныслылығын, ныҡышмаллығын, сыҙамлығын һәм тоғролоғон билдәләй.

Хәҙер «Башҡорт аты» брендын урындағы мал үрсетеүселәр һәм йылҡысылар ғына файҙалана ала. Хоҡуҡҡа эйә булмаған үрсетеүселәрҙең аттарын  “башҡорт аты” тип атап булмаясаҡ.  

Был беҙгә мөһим иҡтисади этәргес бирәсәк. Беҙҙең яҡта, көнәркәшлек өҫтөнлөгө,  һөҙөмтә булараҡ  - эштең уңышлы барышы, сауҙа үҫеше, яңы баҙарҙар.

Ат - беҙҙең тарихи хәтер. Был хәтерҙе һаҡлау, киләһе быуындарға еткереү - беҙҙең бурыс.

Һәммәгеҙе лә ошо матур ваҡиға менән ҡотлайым”, - тип билдәләгән Радий Фәрит улы.

Фото: glavarb.ru

“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
“Башҡорт аты - беҙҙең тарихи хәтер”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас