Йәмғиәт
12 Август 2023, 14:40

“Башҡорт халҡы өсөн ат һәр саҡ ярҙамсы булды”

«Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә «Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үтте.

“Башҡорт халҡы өсөн ат һәр саҡ ярҙамсы булды”“Башҡорт халҡы өсөн ат һәр саҡ ярҙамсы булды”
“Башҡорт халҡы өсөн ат һәр саҡ ярҙамсы булды”

«Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә «Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үтте.

Майҙансыҡта Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ эше департаменты директоры урынбаҫары Олег Литяйкин спикерҙарҙың береһе  булараҡ сығыш яһаны.

 -Башҡорт халҡы өсөн ат һәр ваҡыт туҡландырыусы һәм ярҙамсы булды, - тине Олег Михайлович. - Аттар һуғыш ваҡытында ла, ауыл хужалығы эштәрендә ярҙам иткән. Республика был йүнәлеште хуплай, ул, һис шикһеҙ, тағы ла бер ылыҡтырыум үҙәге буласаҡ. Башҡорт балы менән бер рәттән башҡорт аты ла брендҡа әүерелә. Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға конструктив аралашыу, яҡшы кәйеф теләйем.

Мғлүм булыуынса, «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале бөгөн Баймаҡ районының Граф күле буйында үтә.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас