Йәмғиәт
12 Август 2023, 15:25

Был хоҡуҡ дәүләт тарафынан раҫланған һәм теркәлгән

Бөгөн, 12 августа,  II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында «Башҡорт аты» атамаһы менән файҙаланыу хоҡуғы буйынса Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт (Роспатент) танытмаһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Был хоҡуҡ дәүләт тарафынан раҫланған һәм теркәлгәнБыл хоҡуҡ дәүләт тарафынан раҫланған һәм теркәлгән
Был хоҡуҡ дәүләт тарафынан раҫланған һәм теркәлгән

Бөгөн, 12 августа,  II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында «Башҡорт аты» атамаһы менән файҙаланыу хоҡуғы буйынса Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт (Роспатент) танытмаһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Ведомство етәксеһе Юрий Зубов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа документ тапшырҙы. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт аты» атамаһын файҙаланыу хоҡуғына  «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге эйә булды.

- Был –  аттарҙың уникаль үҙенсәлектәрен раҫлау. Хәҙер «Башҡорт аты» брендын урындағы мал үрсетеүселәр һәм йылҡысылар ғына ҡуллана ала. Шулай итеп,  уларҙың аттарҙы һаҡлау, үрсетеү һәм популярлаштырыу өсөн һөҙөмтәле инструменттары барлыҡҡа киләсәк.

Бренд тирәләй туризмды үҫтереү, хоҡуҡты коммерциялаштырыу мөмкинлектәре лә буласаҡ. Был төбәктең танылыуын һәм ылыҡтырыу көсөн арттырыу нигеҙе булып тора. Хәҙер Башҡортостанда саф тоҡомло башҡорт аттарын сығара аласаҡтар. Был хоҡуҡ дәүләт тарафынан раҫланған һәм теркәлгән, - тип билдәләне Юрий Зубов.

Радий Хәбиров "Роспатент" етәкселегенә республика башланғыстарын хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн Башҡортостан тарихында ҙур ваҡиға. Беҙҙең аттарҙың тоҡомон юридик яҡтан яҡлау хоҡуғы алдыҡ. Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт реестрға «Башҡорт аты» тигән төшөнсәне индергән. Бынан ары башҡорт аты – фәҡәт Башҡортостанда сығарылған һәм үҫешкән тоҡом. Уникаль башҡорт брендтарын танытыуҙа һәм яҡлауҙа ярҙам иткәне өсөн Роспантент ойошмаһына ҙур рәхмәт,  - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Башҡорт аты республиканың һигеҙенсе рәсми төбәк брендына әүерелде. Быға тиклем «Асы», «Йоматау», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуҙары, «Мансур граниты», ҡурай милли ҡоралы,  Бөрйән солоҡ балы һәм башҡорт балы патент алғайны.

Фото: glavarb.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас